Get Mystery Box with random crypto!

Һин. Шиғыр. Донъя.

Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя. Һ
Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя.
Арна мекенжайы: @shigridonja
Санаттар: Әдебиет
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 391
Арнадан сипаттама

Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot
Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja

Ratings & Reviews

1.33

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

0

3 stars

0

2 stars

1

1 stars

2


Соңғы хабарлар 4

2022-07-02 05:03:01


Ялан сәскәләрен йыйҙым әле,
Йәйҙән бүләк булһын үҙеңә.
Бер ҡушымта булһын, һиңә генә,
Һөйәм тиеп әйткән һүҙемә...
Төрлөһөнән йыйҙым, саф күңелдән,
Ҡуштым бер аҙ хатта ҡылғанын.
Күпте өмөт итмәй, ҡәҙерен белеп,
Һаҡлайыҡ беҙ йәнем, булғанын.
Ябай ғына ялан сәскәләре,
Онотторһон юлдар араһын.
Ошо сәскәләрем һинең күҙҙәреңә,
Минең күҙҙәр булып ҡараһын...
Һайлап ҡына йыйған сәскәләрем,
Бары һыйҙы минең бер усҡа.
Һөйөү тулы ошо гөлләмәмде,
Алып торҙом йәйҙән бурысҡа...

#МөхәмәтйәрМәғәсүмов

https://t.me/shigridonja
136 views02:03
Ашу / Түсініктеме
2022-07-01 05:00:42
ИКӘҮҘӘН ИКӘҮ

Уҡып ҡына түгел,
Татып беләм
Яҙмышыма яҙған тетрәүҙән:
Ҡайһы саҡта
Иң шым бышылдау ҙа
Ҡеүәтлерәк күктәр күкрәүҙән.

Семәрләнеп күпме сер бөркөлә
Өнһөҙ баҡҡан упҡын күҙҙәрҙән.
Өндәшмә лә!
Был мәл өндәшмәүең
Аңлайышлы бөтә һүҙҙәрҙән!

#РәмиҒарипов

https://vk.com/shigridonja
146 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-06-30 05:00:35
МИН ҒАШИҠМЫН

Мин ғашиҡмын,
Ғашиҡтарға,
Мин ғашиҡмын мең тапҡыр.
Юлдарымда мине һәр саҡ
Ғашиҡ моңо оҙатыр.
Мин тыуғанда, ғашик булып,
Ҡояш баҡҡан илемә,
Ғашиҡ сәғәт ғүмеремдең
Тәү секундын теленә
Урап ҡуйған…
Һәм шул мәлдән
Мин дә ғашиҡ мәңгегә, —
Уңған башаҡ тулҡынына,
Болондағы һәр гөлгә.
Мин ғашиҡмын был донъяның
Серенең дә серенә,
Тормош сәскәһенә осҡан
Һеркәләрҙең беренә, —
Мин ғашиҡмын Еремә!
Мөхәббәттән тыуған кеше,
Мин дә шул утта янам.
Хистәремде тупрағыма
Бураҙна итеп һалам.
Мин ғашиҡмын,
Мин ғашиҡмын,
Мин ғашиҡмын мең тапҡыр.
Ғүмеремде, осҡон сәсеп,
Ғашиҡ моңо оҙатыр.

#РәшитНазар

https://t.me/shigridonja
163 viewsedited  02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-06-29 05:00:20

Һиҙгәнмендер беҙҙең осрашыуҙы.
Көткәнмендер күптән был көндө.
Ҡысҡырып әйткем килде:
- был һинме ни?
Һағынғайным һине шул тиклем...
Үткәреп уй- хыялдар менән өндө....

#nkaip
#НәркәсҠәйепҡолова

https://vk.com/shigridonja
151 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-06-28 05:03:01


Гелән серле булып тора алмам,
Гелән генә булмам сибәр ҙә!
Тик үҙемә генә шуны әйтмә,
Ҡәҙеремде минең ебәрмә.
Көн дә алиһәләй була алмам,
Күҙем ҡоймаҫ көн дә йылмайыу.
Минән артыҡ күпте көтмә,йәме,
Күңел гелән гөллө булмай ул.
Тик онотма минең көләс саҡты,
Шул сағымды юйма иҫеңдән.
Шаян саҡтарымды, ихлас саҡты,
Бәхетемдән көлөп иҫергән.
Шул сағымды юйма иҫеңдән,
Йәме, йәнем...

#ГөлнараХәлфетдинова

https://t.me/shigridonja
178 views02:03
Ашу / Түсініктеме
2022-06-27 05:02:01

Ә шулай ҙа,
бер генә минутҡа
hағышҡа түҙмәй
икәү осрашһаҡ
юғалтырға инде
күнеп бөттөк.
Вәғәҙәңде тот һин.
Ҡосаҡла...

#АйгөлЙәмилева

https://vk.com/shigridonja
181 views02:02
Ашу / Түсініктеме
2022-06-26 05:01:07


Өйҙөң ап-аҡ нигеҙенә
Ҡунырҙар фәрештәләр,
Яман күҙҙәрҙе тейҙермәй
Ҡуйырҙар аҡ кәртәләр!

Өйҙөң ап-аҡ нигеҙендә
Һаҡлана үткән йылдар,
Ҡасандыр йоҡоһоҙ төндә
Уҡылғандыр доғалар...

Гөрләтеп донъя көткәндер
Инде бер-нисә быуын,
Ошо нигеҙҙә үткәндер
Һинең бала-саҡ йылың...

Тырышыр кәрәк һаҡларға
Тыуған йорттоң усағын,
Нигеҙ таштарын аҡларға
Рәтләп кәртә-ҡураһын.

Өйҙөң ап-аҡ нигеҙенә
Ҡунырҙар фәрештәләр,
Аҡ нигеҙле өй эсенә
Бәхетле тормош теләр!!!

#ГүзәлШаһивәлиева

https://vk.com/shigridonja
178 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-06-25 07:10:16

Йыуатырға кәрәкмәйҙер мине:
Керпектәге йәштәр кипте инде.
Был ғәҙәти тормош дауам итә -
Кемдер килә, ә кемдәрҙер китә.

Киткәндәрҙе көсләп тотҡом килмәй,
Һәр кем ерҙә тик бер генә йәшәй:
Үткәндәргә ишектәрҙе ябам,
Ҡояш өсөн күңелемде асам.

Эйе, хәтирәләр ҡайсаҡ күҙҙәрҙә
Сәбәп булыр инде йәштәргә.
Ә шулай ҙа йыуатмағыҙ мине,
Һис кәрәкмәй мине йәлләргә.

Хәйерле юл тейем киткәнгә,
Үкенес юҡ һис тә үткәнгә.
Тормош дауам итә унһыҙ ҙа,
Унһыҙ ҙа бит мөмкин йәшәргә.

#ГөлнурҠыуатова

https://vk.com/shigridonja
178 views04:10
Ашу / Түсініктеме
2022-06-24 05:00:13
ЯМҒЫР АЛДЫНАН

Күңел тулы дәрттәр ҡайҙа киткән,
Ҡайҙа, дуҫтар, ғазап, һағышым?
Ҡуш ҡуллап мин күкрәгемде тотам,
Юҡ тоймайым йөрәк ҡағышын.
Шиңеү тимә,
Ҡороу тимә быны,
Миңә таныш бала сағымдан, -
Тәбиғәт тә тын бит,
Шундай тын бит
Ут - йәшенле ямғыр алдынан!

#РәшитНазар

https://vk.com/shigridonja
122 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-06-23 05:10:06
Кемдәр генә ишетә?

Шыбыр-шыбыр һыуыҡ ямғыр
Яуа, йәнде өшөтә…
Минең йәнем сеңләгәнен
Кемдәр генә ишетә?

…Ут янған камин алдына
Йомшаҡ креслоны ҡуйып,
Эргәмә үҙем яратҡан
Бөтә китапты йыйып,

Йөн ойоҡ кейеп аяҡҡа,
Мамыҡ шәлгә төрөнөп,
“Әлдә әле көн һыуыҡ!”-тип,
Ултырырға һөйөнөп

Эй килешер ине лә бит
Ямғырлы һыуыҡ кистә…
Юҡ шул, юҡ бит каминым да!
Юҡ шул хатта мейес тә!!

Газ мейесем гөрләп яна
Йәйемдең уртаһында,
Көҙөн, ҡышын ниҙәр көтә?
Уйларға ҡурҡамын да…

Тышта һыуыҡ, еүеш, шомло…
Өй эсендә күңелле!
Йөн ойоҡта, шәл ябынып
Йәйем үтә түгелме?

#ФирүзәАбдуллина

https://t.me/shigridonja
31 views02:10
Ашу / Түсініктеме