Get Mystery Box with random crypto!

Һин. Шиғыр. Донъя.

Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя. Һ
Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя.
Арна мекенжайы: @shigridonja
Санаттар: Әдебиет
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 391
Арнадан сипаттама

Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot
Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja

Ratings & Reviews

1.33

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

0

3 stars

0

2 stars

1

1 stars

2


Соңғы хабарлар

2022-08-02 05:01:05
ҺИН...

Һин донъяла бармы, юҡмы,
Тик беләм,
Шундай гүзәл, шундай саф һин,
Бергенәм.
Күңел хисең - шишмә, - бер кем
Эсмәгән,
Тулҡынланған, тик сүп, туҙан
Төшмәгән.
Һин донъяла бармы, юҡмы, -
Кем белә?
Һинһеҙ ләкин уҙғармам бер
Көндө лә.
Һин янымда бүлешеп йыр,
Моңомдо,
Оҙайтаһың, киңәйтәһең
Юлымды.
Урамдарға сыҡһам, һине
Эҙләйем,
Һинһеҙ йырлап, һинһеҙ донъя
Гиҙмәйем.
Барһыңмы һин, юҡмы, - әммә
Тоямын:
Һин булмаһаң, яһар ине
Хыялым.

#РәшитНазар

Һин.Шиғыр.Донъя
66 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-08-01 05:01:01


Мин бөгөн еңеүсе!
Ҡыуанып көлөүсе.
Бәхетте ҡосаҡлап,
Ҡояшҡа елеүсе.

Бөгөн мин еңеүсе!
Нур тажын өҙөүсе.
Ғүмерем тауына
Тик нурҙар өйөүсе.

Бөгөн мин еңеүсе!
Маҡсатҡа етеүсе.
Юлымда тағы ла
Мөғжизә көтөүсе.

Мин бөгөн еңеүсе!
Тик алға китеүсе.
Яҙмышҡа, баш эйеп,
Мең рәхмәт әйтеүсе.

#ЗөһрәҠотлогилдина

Һин.Шиғыр.Донъя
10 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-07-31 05:01:11

Тормошоңдоң ҡыйын көндәрендә,
Ҡайғыларың баштан ашҡанда,
Йә йоҡоһоҙ үткән төндәреңдә,
Йә шатлығың һинең ташҡанда -
Бөтә хистәреңде бүлешерлек
Юлдаш булһын ине йырҙарым.
Улар минең зиһенем ғазаптары,
Улар минең күңел нурҙарым!..

#РәмиҒарипов

Һин.Шиғыр.Донъя
37 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-07-30 05:10:06


Үҙәгемә үтеп инер,
Ауыр һүҙҙәр әйтелләр,
Әллә минең йөрәгемде
Таштан тиеп белделәр.
Таш бәғерҙәр былай
ҙа күп,
Өндәшмәгеҙ, кешеләр,
Көҙ көнөндәй ҡыҫҡа тормош,
Оҙайһындар ғүмерҙәр.
Әйткән ауыр һүҙҙәрегеҙ
Күңелемде ҡырҙылар.
Яралары – йөрәгемдә,
Уңалмаҫ кеүек улар.
Ауыр һүҙҙәр әйткән булып,
һалмағыҙ һеҙ яралар.
Ситләшмәйек туғанлыҡтан,
Нығынһындар аралар.
Уйламайса әйткән һүҙҙән
Донъяла тыуа михнәт.
Бер-береңә кәрәк булып
Йәшәүе ерҙә рәхәт.
Яман һүҙҙән йөрәк яна,
Йылы һүҙеңә рәхмәт.
Йәшәйек беҙ яҡшы һүҙҙән
һәр ваҡыт табып сихәт.

#РаушанХазиәхмәтов

Һин.Шиғыр.Донъя

Тиҙҙән ВК төркөмөндә
ошо шиғырға язылған йырҙы ла ҡуйырбыҙ
43 viewsedited  02:10
Ашу / Түсініктеме
2022-07-29 05:01:48
ТАҢ АТКАНДА

Нур ағып инде ергә. Күр, таң ата!
Күктә ҡаҡ салҡан ай - еҙ ҡалҡан ята.
Өҫтөндә төн - үлеүсе заман ята.
Йондоҙҙар - ҡан hарҡып торған суҡ кеүек...
Тап йөрәккә төбәп атҡан уҡ кеүек...
Нимә булды? Һынды китте уҡ тейеп,
Янды уҡ!
Ceү, ҡанлы ҡалҡан ыуала,
Барыһы шиңә, ҡан-ҡоралдар юғала...
Таң ата был, таң ата! Ер уяна...

#РәшитНазар

Һин.Шиғыр.Донъя
52 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-07-28 05:01:36
БҮЛӘК

Алтындарға иҫем китмәй минең,
Һуш алынмай йәшмә, яҡуттан.
Металл, таштар менән баһаларға
Ғүмер баҡсаһында ваҡыт тар.

Ҡыҙышмайым затлы кейемдәргә,
Улар билдәләмәй зауыҡты.
“Йөрәктәре алтын ҡатындар бар!” –
Ошо һүҙҙән бер мәл һауыҡтым.

Сәскәләр тип аһ итмәйем хәҙер:
Тороп ҡалған улар тамырһыҙ.
Хәйер, арбай пион баҡсалары,
Эҙләһәгеҙ, шунда табырһыҙ!

Әллә ниҙәр һинән көтмәһәм дә
(Бик ҙур микән инде ниәтем),
Күҙҙәремә ҡарап һораның бит –
Һин үтендең, шуға мин әйттем.

Һыҙланыуҙан, ярһып яныуҙарҙан
Китмәҫ өсөн бер мәл төңөлөп,
Ҡарашына сафлыҡ ҡунған көндә
Өмөт бүләк итсе иң элек!..

#ЛарисаАбдуллина

Һин.Шиғыр.Донъя
71 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-07-27 05:00:38

Яҡыныңа, иң ҡәҙерлеңә лә
Күңел ҡайсаҡ етәр-етмәле —
Ауыртмаһа, бик беленмәй шул
Йөрәктең дә ҡайҙа типкәне.

#НазарНәжми

Һин.Шиғыр.Донъя
101 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-07-26 05:01:04
СӘЙ ҠУЙ

Сәй ҡуй тиеп яҙҙың уйнап ҡына,
Ә мин ысын әйттем: "инеп сыҡ".
Ауыл урамына томан төшкән,
Үләндәрҙе үбә киске ысыҡ.

Ҡушыр инем сәйгә мәтрүшкәһен,
Йыйып ҡуйыр инем еләген.
Тик һүҙҙәрең уйын булған кеүек
Хистәрең дә уйын, күрәһең.

Юлдарыбыҙ күптән аймылыш та,
Ике яры йәшәп ятыуҙар.
Күндем инде, әммә һағындыра
Бер ултырып хәбәр һатыуҙар.

Ашатларға ғорурлыҡ тупһаһын
Һин дә, мин дә бер ҙә ҡыймайбыҙ.
Етди йөҙҙәр, етди һүҙҙәр менән,
Бер-беребеҙ менән уйнайбыҙ.

"Сәй ҡуй" тиеп шаярттың да,
Ә мин ысын гөлтләп ҡабындым.
Был турала белмәһәң дә була.
Ә шулай ҙа... Шундай һағындым.

#АйгөлЙәмилева

Һин.Шиғыр.Донъя
68 viewsedited  02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-07-25 05:00:25

Алыҫлашабыҙ...
Аҙлап - аҙымлап...
Саҡлап - саҡрымлап...
Яйлап, ярым һөйләмдәр һәм ярым ҡараштар, ярым өндәшмәүҙәр һәм ярым ишетмәүҙәр аша йыраҡлашабыҙ...
Ярым йылмайыу һәм ярым һағыш, ярым аңлашыуҙар һәм ярым алдашыуҙар менән - икебеҙ ике тарафҡа...
Аҡыл - ғорур, тойғолар - сабыр...
Барыһы ла ихтыярҙан һәм теләктән тыш...
Айырылышыу - автопилотта...
Үҙенән үҙе...
Сәбәпһеҙ, һылтауһыҙ...
Быны тойоу - ауыр, тоймау - ахмаҡлыҡ...
Бер-беребеҙҙе юғалтабыҙмы?
Әлбиттә!!!
Шул ук ваҡытта - һәр кемебеҙ үҙебеҙҙе...
Минең күпмелер минем - һиндә китә, һинең күпмелер минең миндә ҡала...
Ҡасан да булһа бер килеп, уйламағанда йә оҙаҡ уйланғандан хәтер булып ҡайтып йәнде өтөп, йөрәкте семетеп алыр өсөн...
Тәүге аҙымды кемебеҙ яһаны?..
Хәйер, был инде мөһим түгел...
Алыҫлашабыҙ...
Аҙлап - аҙымлап..

#АзаматЮлдашбаев

Һин.Шиғыр.Донъя
40 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-07-24 05:00:28

Нимә өсөн йәшәй ерҙә кеше,
йөҙмәҫ балыҡ,
осмаҫ ҡош булһа?
Һинең бәхетең һуң кемгә кәрәк,
Үҙ ояңды ғына ҡайғыртһаң?

#РәмиҒарипов

Һин.Шиғыр.Донъя
51 views02:00
Ашу / Түсініктеме