Get Mystery Box with random crypto!

Һин. Шиғыр. Донъя.

Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя. Һ
Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя.
Арна мекенжайы: @shigridonja
Санаттар: Әдебиет
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 391
Арнадан сипаттама

Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot
Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja

Ratings & Reviews

1.33

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

0

3 stars

0

2 stars

1

1 stars

2


Соңғы хабарлар 8

2022-05-23 05:10:04


Бер ҡасан да шағир булғаным юҡ,
Яҙғаным юҡ һис тә шиғырҙар,
Күк үләндәр кирелеп кереш тартһа,
Аҡыҡ ҡар тик йырын шыбырлар...
Мин бары тик тәржемәсе генә,
Тәбиғәттең телен белеүсе,
Ул ни һөйләй, ул ни көйләй, шуны
Әҙәм балаһына түгеүсе.
Ерҙән шытып сыҡҡан үлән шауын
Һәм кирелеп кереш тартыуын —
Ғүмерҙәре бөткән япраҡтарға
Асырғанып уҡтар атыуын,
Ҡышын ҡарҙа әҙәм балаһының
Йондоҙҙарға баҫып йөрөүен,
Ярты төндә яңғыҙ бер ҡатындың
Шул йондоҙҙо алып өрөүен,
Күҙ йәштәре уның ҡарға төшөп,
Муйынсалар булып туңыуын,
Йым-йым килгән йондоҙҙарҙың
Сал сәсенә уның ҡуныуын
Мин бит бары тик тәржемә итәм,
Аңлайышлы әҙәм теленә...

#РәмиҒарипов

https://t.me/shigridonja
51 views02:10
Ашу / Түсініктеме
2022-05-22 05:00:30
ТУЛҠЫН

Тау-тау ағыла тулҡын,
Йүгерә тулҡын,
Үкерә тулҡын,
Тулҡын ярыла...
Имен хәбәр булып, һуғыла улар
Алты материктың ярына.
Тормош өнө менән күмелдереп,
Океандың ҡырыҫ киңлеген,
Тынғы белмәҫ һиҙгер һаҡсы кеүек,
Иңдәп йөрөй улар ер йөҙөн.
Донъя күрә: илдәр тулҡын аша
Бер-беренә сәләм ебәрә.
Һәр тулҡында дуҫлыҡ хисе йәшәй,
Һәр тулҡында ҡояш тирбәлә.
Ләкин ергә тағы һөрөм аңҡый,
Улар менән күкрәп уҙған яуҙа,
Ҡан эсендә ерем танышҡан.
Һәм бөгөн дә доллар теләй, буғай,
Ҡылыс сыңы килә алыҫтан.
Үрт таяғын ҡулға алырға,
Теләй, буғай, ерҙе утҡа тотоп,
Буржуй янсығына һалырға.
Тик тулҡындар һаман ағыла-ағыла,
Баҫҡан улар аҙмы ялҡынды!
Ер өҫтөнә янғын шыуған мәлдә
Уттан элек улар ҡалҡынды.
Тынғы белмәй гелән йүгерә-йүгерә
Ҡолаҡ һалып халыҡ зарына,
Имен хәбәр булып, һуғыла улар
Алты материктың ярына.

#РәшитНазар

https://t.me/shigridonja
19 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-05-21 05:35:06


Боҙоп ҡына мине бөттөң инде:
Сағыштырам һиңә һәр кемде –
Тыныс ҡына ҡаршы алаһың да,
Оҙатаһың тыныс һәр көндө.

Юҡ-бар өсөн ҡыҙып-туҙынмайһың,
Ышаныслы шуға көндәрем,
Һин булмаһаң, күптән янып бөтөп,
Осор ине елгә көлдәрем.

Боҙоп ҡына мине бөттөң инде:
Һәр ир-аттан көтәм ярҙамын –
Ишек асып алдан үткәргәнен,
Ҡулдан ауыр йөктө алғанын.

Боҙоп ҡына мине бөттөң инде:
Ихтирамды көтәм һәр кемдән,
Тик яҡшылыҡ көтәм һәр кешенән,
Шатлыҡ өмөт итәм һәр көндән.

Боҙоп ҡына мине бөттөң инде!
Бөхетем дә – боҙоҡ булыуҙан…
Мин шатланып әҙер боҙолорға,
Тик туҡтама бер үк боҙоуҙан!

#ФирүзәАбдуллина

https://t.me/shigridonja
57 views02:35
Ашу / Түсініктеме
2022-05-20 05:00:11

Үпкәләрең булһа, ебәр уны,
Таралһындар алһыу томанда.
Азатлы ит күңел киңлектәрен
Аҙашырлыҡ ҡара урмандан.

Үкенеүҙәр булһа, алып ташла,
Юлдарыңдаң оло түмәрҙе.
Икеләнеү булһа, ал да фашла,
Үҙеңдәге ҡуркаҡ йүләрҙе.

#ӘнүзәҒиззәтуллина

https://t.me/shigridonja
43 viewsedited  02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-05-19 05:05:01
ҠУЯН КҮСТӘНӘСЕ

Бала саҡтың татлы хәтирәһе —
Ҡуян күстәнәсен һағынам:
Күпме тәмлекәстәр сыға ине
Атайымдың урман тоғонан!..

Әкиәттән сәләм: имеш, тағы
Таныш ҡуяныбыҙ осраған...
Һәр кемгә лә өлөш тейһен тиеп,
Беҙҙең нисәүлекте һораған.

Баш тартмайҙар хатта өлкәндәр ҙә,
Ҡуяндыҡын маҡтап тәмләйҙәр...
Берәй баҙар кәштәһендә бөгөн
Юҡмы икән ошо мәмәйҙәр?

Ғәмһеҙ бала саҡҡа аҙға ғына
Ҡайтарһындар ине яңынан!
...Атайымдың эштән алып ҡайтҡан
Ҡуян күстәнәсен һағынам.

#ЗөһрәҠотлогилдина

https://t.me/shigridonja
59 viewsedited  02:05
Ашу / Түсініктеме
2022-05-18 05:01:26
ДУҪҠА

Йөрәгеңде ас ҡояшҡа, яҡты күрһен,
Көн нурында шытыр сәскә,

Түтәлеңә, гөл үҫтерә, тиеп, күршең,
Йәнһеҙ ҡағыҙ гөлдәр сәсмә.

Ямғыр килер, тере гөлдәр йәшәрер гел,
Ергә һеңер ҡағыҙ, ебеп.

Дуҫым! Беләм, һәр ғүмерһеҙ ялған түгел,
Һәр бер ялған ғүмерһеҙ тик.

#РәшитНазар

https://t.me/shigridonja
12 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-05-17 05:10:07


…Ләкин шундай диңгеҙҙәр бар —
Уның бөтә көсө,
Киңлеге һәм күркәмлеге
Бары елкән өсөн!
Ул да һәр саҡ дауыллана
Ярҙарынан ашып.
Ә уртала елкән тора
Тулҡындарға баҫып.
Уйнай ул, йөҙә, тирбәлә,
Сумып яҡты нурға
Еләҫ елдәр, көлә-көлә,
Ниҙер һөйләй уға.
Диңгеҙ киң осһоҙ-ҡырыйһыҙ,
Юҡ, юҡ уның яры.
Елкәнгә табан йүнәлгән
Тулҡындарҙың бары.
Был диңгеҙ — минең хыялым,
Йәшәмәй ул һинһеҙ.
Һин ундағы аҡ елкәнһең —
Һинең өсөн — диңгеҙ!

#РәшитНазар

https://t.me/shigridonja
65 views02:10
Ашу / Түсініктеме
2022-05-16 05:00:19

Әгәр бөгөн, тау артына сығып,
Алһыу таңға ҡулым болғаһам,
Танымаҫ та ине.... Элек баҡҡан
Һил күңелем бөгөн ғауға һәм

Юҡ-бар әрнеүҙәргә сорналған да
Баштан аяҡ килгән. Буталған.
Ҡараштарым инде таңдар аша
Үҙ үҙемә табан уҡталған...

#ДинәСолтанова

https://t.me/shigridonja
14 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-05-15 05:07:01
ТОҒРОЛОҠ

Изге тойғо менән тыуа улдар,
Ҡандан-ҡанға күсә рух-орлоҡ.
Ниндәй генә хәлдәрҙә лә ир-ат
Һаҡлап ҡала илгә тоғролоҡ.

Әле булһа беҙҙә ир-егеттәр
Кеҫәһендә бетеү йөрөтә.
Эске инанысы көслө заттың
Дошмандары аңын өркөтә.

Ниндәй генә хәлдәрҙә лә улдар
Һаҡлай ерһөйәрлек тойғоһон.
Бар асылы менән һиҙә улар
Ерҙең тын алышын, бар аһын!

Йырҙарҙы ла беҙҙә ир-егеттәр
Һайлай фәҡәт ере хаҡында.
Арҡалары менән тоя улар
Батырҙарҙың тынын артында.

Туған телдәрендә ант бирәләр,
Теле менән көслө һәр халыҡ!
Һиҙә улар Аҡмулланың һүҙе
Быуаттарҙан тора уҡталып.

Ил ҡеүәте – әхлаҡ ҡанундары,
Дәүләт нигеҙендә – рух, иман.
Изге яуҙа тик яҡшылыҡ еңә,
Һынаһа ла беҙҙе был заман!

Изге тойғо ҡанат йәйгән илдә
Ҡандан-ҡанға күсә рух-орлоҡ.
Ниндәй генә хәлдәрҙә лә, милләт,
Һаҡлай алһын
Илгә,
Ергә,
Телгә
Тоғролоҡ!

#ЛарисаАбдуллина

https://t.me/shigridonja
34 views02:07
Ашу / Түсініктеме
2022-05-14 05:01:24

Ҡул һелтәге килә, ҡайһы саҡта,
Донъяһына, өйө, эшенә.
Сығып китке килә әллә ҡайҙа,
Күренмәйсә генә кешегә...
Уйҙарымды бикләп, ҡайһы саҡта,
Уйһыҙ ҡалғым килә бер көнгә.
Шаян бала саҡҡа ҡайтҡым килә,
Әйтмәйенсә генә бер кемгә...
...Артыҡ һағыныуҙан ҡайһы саҡта,
Күңелдәргә һағыш туламы?
Бар нәмәне ташлап китеп була,
Тик үҙеңдән ҡасып буламы?..

#МөхәмәтйәрМәғәсүмов

https://t.me/shigridonja
96 views02:01
Ашу / Түсініктеме