Get Mystery Box with random crypto!

Һин. Шиғыр. Донъя.

Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя. Һ
Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя.
Арна мекенжайы: @shigridonja
Санаттар: Әдебиет
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 391
Арнадан сипаттама

Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot
Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja

Ratings & Reviews

1.33

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

0

3 stars

0

2 stars

1

1 stars

2


Соңғы хабарлар 6

2022-06-11 05:00:53

Уҡ атҡан - дошман ҡолатҡан,
Гармун тартҡан - йән йыуатҡан,
Тик ятҡан - ерҙе оялтҡан, тигән халҡым.

#РәшитНазар

https://t.me/shigridonja
40 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-06-10 05:10:03


Төн йоҡоһо баҫмай күҙкәйемде,
Уйҙар саба берсә буталып
Төйөндәрен сисеп өлгөрмәйһең,
Таң селтәре һуҙа япмаһын...

Әллә ниндәй шомло юлдар күрәм.
Бушҡа янам ахыры төшөмдән.
Дауалап та алам күңел зарын-
Яҡшы юлдар булыр өнөмдә...

...Аҡ юрауға йүрмәләһәм
Эштәрем китер ыңғай,
Төш күрҙем тип илап ятһам,
Булырмын мин хыялый....

#РиммаСаньярова

https://t.me/shigridonja
56 views02:10
Ашу / Түсініктеме
2022-06-09 05:01:39

Таң һарғайған һайын һағышлыраҡ,
һуңғы йондоҙ — Сулпан яҡтыраҡ.
Муйыныңа һуңғы һарылғандың.
Ышанысы һаман татлыраҡ...

Йәшнәп, ямғыр түгел.
Таш яуһа ла,
Тәү осраған атҡа атланып,
Үҙ тышауын
Үҙенә нуҡта итеп,
һиңә сабам, һиңә, шатланып!..

Ел дә үтмәҫ яҡын арабыҙға
Үтмәһен һис аҡыл хәйләһе.
Таң шәфәғе һымаҡ моңһоу-моңһоу,
Алһыу нурҙар ғына бәйләһен!..

#РәмиҒарипов

https://t.me/shigridonja
27 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-06-08 06:15:25 БЕҘҘӘР

Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ,
Була алмайбыҙ башҡа.
Күккә ҡарап рәхмәт әйттек,
Алғыштар яҙҙыҡ ташҡа!

Ҡарғыштар ҡалһын тарихҡа,
Алмайбыҙ уны йөкмәп.
Беҙҙең өсөн иң изгеһе -
Ватан, тел, әсә, икмәк!

Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ -
Тоғролоҡ беҙҙең ҡанда.
Һыналған беҙҙең антыбыҙ,
Быуаттар - беҙҙең һандал.

Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ -
Ҡанатлы ғәмәлебеҙ.
Һуңғы һулышҡаса балҡыр
Еңеүсе әләмебеҙ.

Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ,
Күңел ишеге асыҡ.
Йәшәмәйбеҙ йөрәктәге
Ихтилалдарҙы баҫып.

Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ,
Имандай өмөтөбөҙ!
Оҙаҡламай ил яуларбыҙ -
Ышанығыҙ, көтөгөҙ!

Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ,
Яртылаш түгел, бөтөн.
Беҙ йәшәйбеҙ еребеҙҙә
Сөйөп халыҡ өмөтөн.

Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ -
Булғанбыҙ, буласаҡбыҙ!
Уралдың һәр ҡаяһына
Бөркөттәй ҡунасаҡбыҙ!
Ҡәүемебеҙҙе ишәйтеп,
Уралға туласаҡбыҙ!
Лариса Абдуллина.
67 views03:15
Ашу / Түсініктеме
2022-06-07 05:01:12

Өҙөп бирҙең үҙ ҡулдарың менән
йомарт йәйҙең тәүге бүләген.
Янып бешкән ошо еләк тәмен
Юғалтырға ҡурҡып йөрөнөм.
Гүйә, был пар еләк үҙе ине
Тетрәп торған һинең иренең!..

#РәмиҒарипов

https://t.me/shigridonja
41 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-06-06 05:10:05


Һиңә тиклем, ҡыҙым, һин тыуғансы,
Күп нимәне аңлап етмәнем,
Бәхет төшөнсәһен, мөхәббәттең –
Мин уларҙың серен белмәнем.

Ә һин тыуғас,донъям алмашынды,
Йөрәгем дә нурға күмелде,
Күҙҙәремә ҡарап йылмайҙың һин. .
Мин онотмам, ҡыҙым, шул мәлде.

Тирә-яҡты сихри моңға сорнап,
Был донъяға ауаз һалдың һин,
Һинең менән бергә мин дә тыуҙым –
Әсә булып, яңынан тыуҙым мин.

#МиләүшәСатвалова

https://t.me/shigridonja
11 views02:10
Ашу / Түсініктеме
2022-06-05 05:00:15

Тормош мәңге йомаҡсы ул һиңә,
Сисеп кенә өлгөр йомағын!
Береһен сисһәң, инде икенсеһен
Әҙерләп тә ҡуя ул тағын.

#РәмиҒарипов

https://t.me/shigridonja
35 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-06-04 05:00:24
АТА БАБАМ НӘҘЕРЕ

Борон-борон заманда,
Иҫтә әлҽ һаманда,
Ата-баба йәш саҡта,
Хикәйәтҽм шул хаҡта:

Булған өйҙәр самандан,
Ә ҡыйығы һаламдан,
Ер иҙәндә балаҫы,
Үҫкән унлап балаһы.

Йәшәгән күптәр өйҙәш,
Булмаған һис бҽр әрләш,
Ҡыуыҡлы шәм өрлөктә,
Көн күргәндәр бҽрлҽктә.

Газ-фәләндә юҡ саҡта
Һүнмәгән ут усаҡта,
Аш ҡайнаған ҡаҙанда,
Ишҽк асыҡ уҙғанға.

Ырыу-ырыу тупланған,
Кәсҽп табып туҡланған,
Ғөрөф-ғәҙәт һаҡланған,
Үҙ туғанын ҡаҡмаған.

Зарланмаған юҡлыҡтан,
Маһаймаған муллыҡтан,
Хәләл ризыҡтан тулған
Өҫтәл түңәрәк булған.

Рәнйҽтмәгән нахаҡҡа,
Батмаған ул гонаһҡа,
Хөкөм иткән татыулыҡ,
Күңҽлдәгҽ матурлыҡ.

Аяғында сабата,
Ашаған алабута,
Ҡурмасын да ҡурған ул,
Урағын да урған ул.

Ҡара ҽрҙә тир түккән,
Хҽҙмәт итҽп бил бөккән,
Аслыҡтан да йотлоҡҡан,
Сарсағанда һыу йотҡан.

Һаҡланған ғөрөф-ғәҙәт,
Аҡланған тәртип, әҙәп,
Иманлы булған кҽшҽ,
Фәтҽүәлҽ һәр эшҽ.

Киң Уралтау итәгҽ
Бҽҙҙҽң ырыу төйәгҽ,
Тыуған ҽрҽм ҡәҙҽре –
Ата бабам нәҙҽрҽ.

#РиммаБаймырҙина

https://t.me/shigridonja

Әхмәт Лотфуллин
90 viewsedited  02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-06-03 05:01:14

Мин бит һине, үҙ ағайың булып,
Тирбәтмәнем, йырлап йырымды.
Кил, кәмәлә тирбәтәйем һине,
Эсә-эсә зәңгәр нурыңды.
Көндәр буйы мин бит, үҙең юҡта,
Һинең менән генә һөйләшәм.
Ә үҙеңде ап-аҡ кейемеңдә
Килгән сырхауҙарҙан көнләшәм.
Ә кисен юҡ һүҙем, тик үҙеңде,
Тик үҙеңде килә эсәһем...
Ташлап киткән сабый көнө буйы
Талып көтә шулай әсәһен...

#РәмиҒарипов

https://t.me/shigridonja
12 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-06-02 05:02:01


Бөгөнгө көн бигерәк ҡыҫҡа булды,
Һиҙмәй ҡалдым бер ҙә үткәнен.
Бер бөгөнөм үтте. Кем белә һуң
Күпме бөгөн беҙҙе көткәнен?

Был бөгөнөм бушҡа бушаманы,
Башҡаларға булды бағышлы,
Баш китерлек эштәр башҡарманым,
Барыһы ла ябай, балҡышлы.

Бына шулай үтә бөгөндәрем,
Белмәй ҡалам, бөтмәҫ мәшәҡәт,
Бөтәһенә өлгөрөргә кәрәк,
Бер тәүлегем гүйә бер сәғәт.

Бөгөнгө көн менән ғүмер бөтмәй,
Бер ваҡыт юҡ артҡа ҡарарға,
Өлгөрмәйбеҙ үткәндәрҙе байҡап,
Киләсәкте алдан юрарға.

Эй сабабыҙ тормош етәгендә,
Бөгөнөбөҙ бөткән бөрөшөп,
Эй ҡыуабыҙ ҡыуып етмәҫлекте,
Берсә янып-бешеп, бер өшөп.

…Бер бөгөнөм бөттө. Булһын ине
Бөгөндәрем иркен, киңерәк,
Бөгөндәрем булһын матурыраҡ,
Бөгөндәрем булһын күберәк!

#ФирүзәАбдуллина

https://t.me/shigridonja
76 views02:02
Ашу / Түсініктеме