Get Mystery Box with random crypto!

Һин. Шиғыр. Донъя.

Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя. Һ
Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя.
Арна мекенжайы: @shigridonja
Санаттар: Әдебиет
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 391
Арнадан сипаттама

Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot
Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja

Ratings & Reviews

1.33

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

0

3 stars

0

2 stars

1

1 stars

2


Соңғы хабарлар 40

2021-06-18 05:01:04
БЕР ГЕНӘ...

Көн дә яҙам hөйөү йыры
Күр генә.
Йырым бик күп, ләкин иркәм
Бер генә.

Һөйөү юлы - үргә үрләр
Үр генә,
Түбән төшәм, сөнки иркәм
Бер генә.

Уның өсөн күңелемдә
Түр генә.
Һис кем кермәс̧ бүтән, иркәм
Бер генә.

Изге улар: тыуған әсәм,
Ер генәм,
Сибәрҙәр күп, йән һөйгәнем
Бер генә.

#ҒилемдарРамазанов

https://t.me/shigridonja
103 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2021-06-17 05:02:00
МЕН ҺИН ТАУҒА

Мен һин, туған, тауҙың үренә, —
Күпме ерҙәр унан күренә!
Еңел булмаҫ, эйе, төшөнәм...
Тик ни килмәҫ кеше көсөнән!
Үтеү менән тауҙың итәген,
Маҡсатымды, тимә, үтәнем.
Эштең бит был бары уйыны,
Ә алдараҡ булыр ҡыйыны.
Бына мендең тауҙың яртыһын...
Ғорурлыҡҡа, тимәк, хаҡлыһың.
Шулай ҙа бик танау күтәрмә,
Күпме юл бар әле үтәргә!
Баҡһаң ғына тауҙың башына,
Сикһеҙ киңлек алда асыла.
Кеше бит тик шундай бейектә
Юлдаш була бәхет бөркөткә.
Тормоштоң иң ауыр еренә —
Әйҙә, туған, тауҙың үренә.

#РәшитНазар

https://t.me/shigridonja
109 views02:02
Ашу / Түсініктеме
2021-06-15 22:25:47
МӨРӘЖӘҒӘТ

Кешем!
Һин шундай бөйөк!
- Хоҙайың
Хыял емеше!
Хазинаң – Ирек!
Йыһандың
Һин бер өлөшө.

Киң аҡыл һиңә
Тәңреңдән.
Был – бик ҙур ҡалъя.
Һин - ысынбарлыҡ!
Аңлаһаң,
Һинеке донъя!

Был донъяла тик изгелек
Менән һин көслө.
Изгелекле күңел үҙе
Бер ғаләм төҫлө.

Һис ҡасан Ерҙән үҙеңде
Айырып ҡуйма.
Ер-бишегеңдең яҙмышы
Тик һинең ҡулда!

Донъяла һинән дә ғәййәр
Һис кем юҡ, төшөн!
Ҡайт аҫылыңа, Ергә төш,
Үҙең бул, Кешем!!

#ФирҙәүесБәширова

https://t.me/shigridonja
108 views19:25
Ашу / Түсініктеме
2021-06-15 05:02:00
ҺИНЕҢ ӨСӨН ГЕНӘ...

Тағы килдем һиңә, әй йәмле яҡ,
Ялҡын йомоп күңел эсенә,
Бында ҡалды минең иң гүзәл саҡ
Сумған көнөм һөйөү хисенә…

Бында минең ғорур берҙән-берем,
Еләк өҙә ошо болонда.
Ә бит уға һөйөү еләктәрем
Күптән бешә йөрәк йылымда.

Теләйһеңме, йәнем, һин уларҙы?
Шундай сафтар улар, тапһыҙҙар…
Улар тәме һинең өсен генә,
Бүтәндәргә улар татһыҙҙар…

#РәшитНазар

https://t.me/shigridonja
114 views02:02
Ашу / Түсініктеме
2021-06-14 05:30:04

Һинең күҙҙәр һары гәрәбәләй
Балҡый икән ҡышҡы ҡояшта.
Әйтерһең дә, ҡояш үҙе тәмләй
Һары балды һинең ҡараштан.

Һин ошолай ҡалһаңсы бер мәлгә -
Хәрәкәтһеҙ, өнһөҙ, вайымһыҙ.
Хәтеремә уйып ҡуйғым килә
Ошо төҫтө. Был көн һәм был ҡыҙ.

Һары балың оҙаҡ тәмләй торғас,
Күңелемә тейер, тип ҡурҡма.
Был төҫ миңә, һағышыма ла хас,
Туймаҫ яңғыҙлығым арҡала.

Ҡояш батһа, тоноҡланыр был нур,
Яҙмыш беҙгә һалыр йәрәбә.
Әммә был төҫ минең күҙҙә ҡалыр:
Бал төҫөндәй һары гәрәбә.

#ҒәзизӘбделмәнов

https://t.me/shigridonja
119 views02:30
Ашу / Түсініктеме
2021-06-13 05:01:02

Тағы бер көн үтте.
Бәхетле мәл,
Саҡ ҡына туҡтап
тор,
Улай сапма,
Офоҡ арттарына
ҡасҡан көндән
һыҙылып ҡына ҡала
тик ут-саҡма.
..Тағы бер көн үтте.
Мин ҡәнәғәт
Бушҡа түгел бөгөн
йәшәлгән көн.
Йөрәгемде саҡма
итеп һыҙам,-
Йылмайыуҙан яҡты
илаһи төн.

#ГөлназҠотоева

https://t.me/shigridonja
106 views02:01
Ашу / Түсініктеме