Get Mystery Box with random crypto!

Өйҙөң ап-аҡ нигеҙенә Ҡунырҙар фәрештәләр, Яман күҙҙәрҙе тейҙер | Һин. Шиғыр. Донъя.



Өйҙөң ап-аҡ нигеҙенә
Ҡунырҙар фәрештәләр,
Яман күҙҙәрҙе тейҙермәй
Ҡуйырҙар аҡ кәртәләр!

Өйҙөң ап-аҡ нигеҙендә
Һаҡлана үткән йылдар,
Ҡасандыр йоҡоһоҙ төндә
Уҡылғандыр доғалар...

Гөрләтеп донъя көткәндер
Инде бер-нисә быуын,
Ошо нигеҙҙә үткәндер
Һинең бала-саҡ йылың...

Тырышыр кәрәк һаҡларға
Тыуған йорттоң усағын,
Нигеҙ таштарын аҡларға
Рәтләп кәртә-ҡураһын.

Өйҙөң ап-аҡ нигеҙенә
Ҡунырҙар фәрештәләр,
Аҡ нигеҙле өй эсенә
Бәхетле тормош теләр!!!

#ГүзәлШаһивәлиева

https://vk.com/shigridonja