Get Mystery Box with random crypto!

Һин. Шиғыр. Донъя.

Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя. Һ
Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя.
Арна мекенжайы: @shigridonja
Санаттар: Әдебиет
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 391
Арнадан сипаттама

Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot
Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja

Ratings & Reviews

1.33

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

0

3 stars

0

2 stars

1

1 stars

2


Соңғы хабарлар 3

2022-07-12 05:12:01


Аҡыл ултырҙымы, әллә инде
Булғаны ла сыҡҡан мәл микән.
Һөйөү тулы күңел күрмәнеме,
Яҙмыш биргән һынауҙармы икән?

Өҙөлөп һөйҙөм, уттарында көйҙөм,
Төндәрендә мендәр сылаттым.
Бөгөн килеп, күпме йылдар үткәс,
Күҙ алдымда таныш һыҙатың.

Шоморт ҡара, бөҙрә сәстәреңдә,
Көмөш ҡарҙар күптән яталар.
Ә ғүмеркәй - һәүетемсә бара,
Тик уңалмаҫ тәрән яралар...

#РезедаҠорбанғәлеева

Һин.Шиғыр.Донъя
54 views02:12
Ашу / Түсініктеме
2022-07-11 05:01:53

Ҡapашымды һиҙмәй, үтеп китһəң...
Үкенмәйсә, өнһөҙ ҡалырмын.
Йөрәккенәм ярһып сарғалауын,
Яраламай, баҫа алырмын,
Яҙҙарымдың яйын табырмын...

#РәзиләЫрыҫҡужина

Һин.Шиғыр.Донъя
84 viewsedited  02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-07-10 05:07:01
КИСТӘРЕМ
 
Кистәр етһә, күңел төпкөлөндә
Әллә ниндәй хистәр уяна.
Йә ҡыуанам юҡ-бар сәбәп табып,
Йә һағышҡа сумып, уйланам...
 
Әллә көндөҙ йондоҙ күрмәгәнгә,
Йүгәнлеме икән хыял-ат?
Кистәр етһә, тыйып ҡына булмай,
Уйҙарыма ҡуна пар ҡанат!
 
Көндөҙ тоймағанды кисен тоям,
Һәр бер хәлдә - тәрән мәғәнә...
Көндәр, ахыры, хеҙмәт итеү өсөн,
Күңел өсөн тик шул мәл генә!
 
Ярай әле, серле кистәрем бар!
Килендәр бар, бергә сәйләргә...
Көлә-көлә, ҡайсаҡ һағышланып,
Быуындарҙы бергә бәйләргә...
Күңелдәрҙең моңон әйләргә...
                       
#СәкинәТотманова

https://t.me/shigridonja
57 viewsedited  02:07
Ашу / Түсініктеме
2022-07-09 03:56:45

Үлмәм әле,
Үлмәм!
Мин - Үлән.
Сыҡ әле,
Сыҡ,
һин - Ысыҡ!

#РәмиҒарипов

https://vk.com/shigridonja
6 views00:56
Ашу / Түсініктеме
2022-07-08 05:10:08
ҠАЙЫН ЕЛӘГЕ

Тәбиғәт - мөғжизә инде, бер ҙә һоҡланып туймам,
Ҡара әле, еләктәрен ҡыҙылға буяп ҡуйған!
Ҡыҙартҡан да һәр береһен теҙеп һалған алдыма,
Иренмәйсә бер эйлеп уны өҙөп ал ғына.

Ней арала урмандағы күпереп ятҡан сәскә
Әйләнгән һуң йәй бүләге - һутлы ҡыҙыл еләккә?
Ҡапһам әгәр әскелт - татлы тәмле ҡайын еләген,
Тоям тормоштоң бер әсе, бер наҙлы - баллы тәмен.

Йәйҙәр бит ул, ғүмер кеүек, бер ваҡытлы мәл генә,
Емеш менән алдаштырып илтеп ҡуя көҙөнә,
Тормоштоң да әселеге ваҡытлыса ул, үтер,
Еләкле йәйҙәргә баҫтыҡ, Аллаға шөкөр.

#ГузелияХакимьянова

https://t.me/shigridonja
7 views02:10
Ашу / Түсініктеме
2022-07-07 05:00:25

Тәҙрәң ҡаҡтым... Көттөм... Ҡайтып киттем.
Тағы килдем тәҙрәң янына.
Ҡаҡма, ҡаҡма, ҡулым! Был тәҙрәләр
Башҡа ҡулдар ҡағыуын һағына.

Өй тирәләй үҫкән сағандарға
Мин саҡырылған түгел, ят ҡунаҡ.
Улар тора һине ят күҙҙәрҙән
Ҡарауыллап торған һаҡ һымаҡ.

Өйөгөҙ тәңгәленән күпме үттем.
Тешләнһәм дә тыныс үтелмәй.
Эй, был тормош! Әллә ниндәй йомғаҡ -
Сейәләнмәй генә һүтелмәй.

#РауилБикбаев

https://vk.com/shigridonja
84 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-07-06 05:01:24
ДОНЪЯ МАТУР

Төн шаршауын асып
Ай күренде...
Ай артынан йондоҙ -
Муйынсаҡ.
Уйһыҙ кешеләргә
Айлы төндә
Татлы йоҡоларҙа
Ойор саҡ...

Йоҡлаһындар әйҙә,
Йоҡлаһындар,
Уйһыҙ йоҡлау кемгә
Эләгә?
Айлы төндө күреү-
Бер мөғжизә,
Ауыр уйҙар -
Китмәҫ күләгә...

Аҡ һәм ҡара - икәү
Бергә атлай,
Ҡасып булмай торған
Ҡанундар.
Бәхет диңгеҙенә
Сумаһың да
Упҡын ситтәрендә
Ҡалыуҙар...

Ә шулай ҙа ошо
Йәшәү матур,
Әлдә тыуҙым ошо
Донъяға.
Ҡатҡан күңел
Боҙҙай ыуалғанда,
Бәхет килеп йөҙгә
Нур яға...

#ФәнүзәБиктимерова

https://t.me/shigridonja
105 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-07-05 05:01:50

Шатлыҡ - йылғыр алтын балыҡ,
Һағыш эсендә йөҙә.
Бер яҡты минутым өсөн
Көндәр, айҙарҙы һөҙәм.

Көндәрем килһендәр әйҙә
Мең төрлө буяу алып.
Һағыш сорнамаған шатлыҡ -
Ҡомда тулаған балыҡ.

#РауилБикбаев

https://vk.com/shigridonja
109 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-07-04 05:02:02


Таш юлдарҙан ҡайтып киләм,
Аяҡтар эҙләй сирәм.
Сисеп ташлап туфлиҙарҙы,
Үләндәр буйлап гиҙәм.
Һоҡланып туя алмайым,
Тыуған ер келәменә.
Тыуған йортҡа ҡайтып киләм,
Тирбәлгән бишегемә.
Гөл-сәскәле болондарҙа,
Уйнап йөрөй ҡолондар.
Бала саҡты хәтерләтте
Урамдағы бәпкәләр.
Ялан аяҡ үтәм әле
Ауылым урамдарын.
Һағынам мин бала саҡтың
Бәпкәләй минуттарын.

#РаушанХазиәхмәтов

https://t.me/shigridonja
124 views02:02
Ашу / Түсініктеме
2022-07-03 05:02:10

Йәрем йәндең бар тәҡәтен алып китте.
Йәрем йәнгә йәрәхәтен һалып китте.

Йәрем килгәс, мең шатлыҡҡа тулды йөрәк,
Һыйҙыра алмай сатнағандай булды йөрәк.

(Тик ҡайғынан ғына бары сатнай күрмә
Ҡайғыларға эйәреп тик ҡайғы керә.)

Йөрәгемде сатнатты ла, шатлыҡтарым
Ҡыуҙы унан ҡайғыларҙы, ваҡлыҡтарҙы.

Йәрем йәндең бар тәҡәтен алып китте.
Рәхмәт. Рәхәт бер йәрәхәт һалып китте.

#РауилБикбаев

https://vk.com/shigridonja
134 viewsedited  02:02
Ашу / Түсініктеме