Get Mystery Box with random crypto!

Һин. Шиғыр. Донъя.

Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя. Һ
Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя.
Арна мекенжайы: @shigridonja
Санаттар: Әдебиет
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 391
Арнадан сипаттама

Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot
Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja

Ratings & Reviews

1.33

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

0

3 stars

0

2 stars

1

1 stars

2


Соңғы хабарлар 2

2022-07-23 05:01:53


Эй, Хоҙайым, мәңге рәхмәтлемен
Бар иткәнгә яҡты донъяға.
Һағынып көтөп алам һәр көнөмдө,
Көндәремдән ергә моң аға...

#РәшитШәкүр

Һин.Шиғыр.Донъя
141 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-07-22 05:01:39

Төрлө буш ығы-зығынан
Туйҙым, арыным.
Юҡҡа сыҡты ышанысым,
Бөтөн барлығым.

«Ваҡыт! — тинем. — Тик бераҙға
Йоҡлатһаң ине.
Сәғәт еткәс, ығы-зығы бөткәс,
Уятһаң ине...»

Әйтте Ваҡыт: «Ялған моңдоң
Рәхәтен татып,
Йоҡлап килдең, уянырға
Үҙеңә ваҡыт!»

#НазарНәжми

Һин.Шиғыр.Донъя
75 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-07-21 05:10:03


Беҙҙең менән булышҡандар,
Әйҙә, булышһын!
Хөсөтөнә, асыуына
Лыҡа тулышһын!

Уңлы-һуллы таратһындар
Ғәйбәт-бысрағын,
Белмәй был тип, артыбыҙҙа
Болғап бысағын.

Кем нимәгә тулған булһа —
Шуны тарата.
Ағыу сәскән — нәфрәт йыя,
Нурлы — нур тарта.

Бәхетһеҙҙәр генә бары
Башҡаны хурлай,
Кеше кәмләп, үҙ-үҙенең
Исемен ҙурлай.

Кешелегеңде тикшерә
Кеше түгелдәр.
Юғарыға өлгәшмәй тик
Түбән күңелдәр.

Бәхетһеҙгә бәхетлеләр
Бер табыш инде.
Шунан башҡа йәм тапмаҫ йән
Гел ҡайтыш инде.

Тик меҫкенгә бәхетленең
Иҫе лә китмәй!
Үсәп, һүҙләп йөрөүҙәргә
Көс сарыф итмәй!

Аҡыллылар барыбер ҙә
Белеп баһалай,
Кемдең нимә йөрөткәнен
Күрә. Шауламай.

Бәхетле булайыҡ әле!
Улар гел үрҙә!
Бәхеткә бәхет үрелә —
Ябай ҡағиҙә!!!

#СветланаНасырова

Һин.Шиғыр.Донъя
53 views02:10
Ашу / Түсініктеме
2022-07-20 05:00:15

Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш,
Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың.
Яратыуҙан янып һөйгәнемде
Шунда ғына аңлай башлайһың.

Һин ташлаған бер үс дымлы тупраҡ
Утлы сәскә булып атһа ла,
Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең
Һуғарырға уны аҡһа ла –

Тик һуң инде, бик һуңланың, һылыу:
Һыу биреүсе кәрәк – һыуһағас,
Ут йотҡанда кәрәк – мөхәббәтең,
Нәфрәтең дә етә – һуңлағас...

#РәмиҒарипов

Һин.Шиғыр.Донъя
52 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-07-19 05:00:31
АНОНС

Ҡариҙелдең буйы шау ҡарағай.
Ҡошо нисәү?
Урман һанамай.
Өкө шыңшый.
Саҡ күҙ элгән. Иртә.
Уятырға, имеш, ярамай.

Концерт тиһәң, концерт!
Симфония!
Берсә минор, берсә мажорҙа.
Партитураһын да отам тимә,
Йә төшөрәм тимә ҡағыҙға.

Фрак кейгәс ни,
Дирижермы тиһәң,
Ота алмаған, ахыры, нотаны.
Соло башлап ҡараны ла ҡарға,
Оялыштан микән туҡтаны.

Ораториялар, сонаталар...
Сәскәләр ҡул саба:
Браво! Бис!
Сихри концерт.
Анонс !
Һуңламағыҙ!
Ә башланыр мәле -
Таңғы биш.

#ТамараҒәниева

Һин.Шиғыр.Донъя
8 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-07-18 05:01:44
МИН ЭҘЛӘНЕМ ҺИНЕ...

Күпме дуҫтар менән шау килешеп
Уҙғарһам да һәр бер көнөмдө,
Yҙемде мин һинһеҙ яңғыҙ hиҙҙем,
Һинһеҙ яңғыҙ hиҙҙем үҙемде.

Мин эҙләнәм һине... Табырмын тип,
Өмөтләнеп, күңелем йыуаттым.
Эҙләнем мин... Әллә табалманым,
Әллә табып, ҡабат юғалттым...

#НазарНәжми

Һин.Шиғыр.Донъя
57 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-07-17 05:10:03


Кисен йәшен дөбөрҙәне
Тау буйында.
Әйтерһең дә әҙерләнде
Күк туйына.
Төнгә ингәс, шыпылдатып
Ямғыр ҡойҙо.
Күктең йәне дерелдәне
Йәшен ҡыҙҙы...
Таңға ҡәҙәр ҡайнашһа ла
Ер менән күк.
Ҡушылманы...
Һинең менән, минең кеүек...
 
#СәғирәШәрәфетдинова

Һин.Шиғыр.Донъя
58 views02:10
Ашу / Түсініктеме
2022-07-15 05:00:16

Тәүбә итер инем дә ул, әмәл юҡ,
Хата тип һанарлыҡ бер ғәмәл юҡ.

Сигенеп тә кире яһарлыҡ аҙым юҡ,
Яғып кире тултырырлыҡ ҡағыҙым юҡ,
Сыйып ҡабат яҙа торған хәреф юҡ,
Был доньянан ҡабатлатыр дәрес юҡ,

Йотоп яҡшырағын әйтер һүҙем юҡ,
Күмеп тәрәнерәк һалыр эҙем юҡ,
Һурып турарағын ҡатыр ҡаҙаҡ юҡ,
Асып нығырағын элер йоҙаҡ юҡ,

Һүтеп кире бәйләү көткән төйөн юҡ,
Иҫтән юйып ҡабат отор көйөм юҡ,
Йәлләп кире ебәрерлек кейек юҡ,
Шөкөр, хатта нахаҡ ғәйеп юҡ,

Йырҙарымда бер сафсата юҡ,
Үкендерә алған хата юҡ,
Бер уйлаһаң, оло кинәнес.
Ник һуң әле улай үкенес?

#ҒәзизӘбделмәнов

Һин.Шиғыр.Донъя
22 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-07-14 05:01:01
МИН БӨГӨН БЕР ЙЫР КЕҮЕКМЕН

Күңелемдә тик бер һүҙ,
Хәҙер, хә-хәҙер.
Мин бөгөн бер йыр кеүекмен
Тыуырға әҙер.
Сайпылырға ғына торған
Мөлдөрәмәкәй.
Шул аҙымдан тыйып тора
Тик бер нәмәкәй.
Юҡ һәм эйе араһында
Торған бер нөктә.
Шунан ҡотола алғанда
Осам бейектә.
Ысын күреп ысҡынғанда,
Хәҙер, хә-хәҙер.
Мин бөгөн бер йыр кеүекмен
Тыуырға әҙер.
Әҙер булыу түгел әле
Иреккә сығыу.
Аңлау ғына ул булғанын
Йәндә талсығыу.
Әлеге хәлеңдән ялҡып
Уҡталыу бары.
Йән көйҙөрә нишләргә тип
Туҡталыуҙарым.
Мин бөгөн бер йыр кеүекмен,
Ағылғым килә.
Һинең ҡолағыңды наҙлап
Ҡағылғым килә.
Хуш килеп тә күңелеңә
Һеңергә шунан...
Аҙым ғына атлай алмай
Торам ошонан.

#ГөлнараХәлфетдинова

Һин.Шиғыр.Донъя
14 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-07-13 05:00:50

Эй, болоттар... Ап-аҡ бәхетме,
Әллә шоммо улар хәбәрләй?
Ямғыр әле болот ҡуйынында
Хат эсендә ятҡан сәләмдәй,
Йәшен әле болот ҡуйынында
Ҡын эсендә ятҡан хәнйәрҙәй...

Эй, болоттар... Тиҙерәк әйтегеҙ:
Донья ныҡмы? Көндәр именме?
Тамсыларҙан бәхет төҙөүсе
Хәнйәр тотоп ҡурсыр бөгөндө!

Бәхетле һәм хәтәрһең һин, дәүерем,
Ер яҙмышы иңгә ҡуйылғас,
Йәшенең тыуа тыныс тамсыларҙан,
Ямғыр яуа йәшен ҡуйынынан...


#РәшитНазар

Һин.Шиғыр.Донъя
16 views02:00
Ашу / Түсініктеме