Get Mystery Box with random crypto!

Һин. Шиғыр. Донъя.

Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя. Һ
Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя.
Арна мекенжайы: @shigridonja
Санаттар: Әдебиет
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 391
Арнадан сипаттама

Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot
Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja

Ratings & Reviews

1.33

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

0

3 stars

0

2 stars

1

1 stars

2


Соңғы хабарлар 39

2021-06-28 05:00:15

Ситләй кеүек ғүмер беҙҙе генә;
Һин дә йәшһең, мин дә йәш кеүек.
Ҡарап торам, һинең балаң илай,
Балаң илай ынйы йәш түгеп,
Ә үҙебеҙ һаман йәш кеүек.

Һин минеке, мин һинеке түгел
- (Ә һүнмәгәс, һүнмәй ялҡындар.)
Һиңә хәҙер минең бер хаҡым юҡ,
Ә һөйөргә һаман хаҡым бар.
Бер һүнмәгәс, һүнмәй ялҡындар.

#НазарНәжми

https://t.me/shigridonja
74 viewsedited  02:00
Ашу / Түсініктеме
2021-06-27 05:02:00


Тәҙрәмдән ҡараған Ай
Ҡыйырсыҡ ҡына,
бәпес.
Һонолоп ал да ҡолаҡҡа
Алҡа итмәле йәтеш.

Тәҙрәмдән һонолған Ай -
Кәйеф булыр уйынсыҡ.
Саҡыра кеүек урамға:
Йоҡлап ятма, тышҡа сыҡ!

Йәйге кистәр шундай татлы,
Ғүмерҙән уҙып бара.
Ваҡыт ҡәҙерен тоям тиһәң,
Һонолоп Айға ҡара.

#ГөлназҠотоева

https://t.me/shigridonja
76 views02:02
Ашу / Түсініктеме
2021-06-26 05:00:14
КҮҢЕЛ ҺАМАН ЭЛЕККЕСӘ

Үткәндәрҙе оноторға теләп,
Бар(ы)һын йыйып утҡа ташланым.
Яҙмышымдың яңы битен асып,
Өр-яңынан йәшәй башланым.
Зарлы хәлен тик зарлылар аңлар,
Моңлоларға моңло ҡушылыр.
Тормош мине ҡаҡмай торманы бит,
Йәшәү тигәндәре ошолыр.
Ҡыҙғанманым үткән ғүмеремдең
Ҡабатланмаҫ матур саҡтарын.
Күпме эҙләһәм дә, йылдарымдың
Сәскә миҙгелдәрен тапманым.
Барыһы ла хәҙер яңы минең
Үткәндәрҙә бәхет юҡ икән.
Тормошомдо төптән үҙгәртһәм дә,
Күңел менән йөрәк шул икән,
Ә күңелем һаман шул икән.

#НурланҒәниев

https://t.me/shigridonja
602 viewsedited  02:00
Ашу / Түсініктеме
2021-06-25 05:02:00


Һандуғастан бәхетле ҡош юҡтыр,
Ул төшмәй шағирҙар теленән...
Бер шигем бар: ҡошто данлаусылар
Күрә микән уны ғүмерендә?!
Юҡтыр, юҡтыр...
Бары сихри моңдар
Биләй шашҡындарҙың хистәрен.
Ә кем шағирҙарға ғүмер биргән,
Татлы йыр йырлаған кистәрен?
Ул бит – әсә,
Барлыҡ үҙ ғүмерен,
Тойғоларын биргән балаға!
Мәшһүрләйек, дуҫтар, әсә телен,
Ҡошто маҡтағанда таңдарҙа...

#БаязитБикбай

https://t.me/shigridonja
85 views02:02
Ашу / Түсініктеме
2021-06-24 05:00:15

Ah, була шундай көн:
Баҫһаң, таш һығыла,
Күҙгә йәш тығыла,
Ергә күк йығыла.

Шул саҡта мин үҙем
Ни оло, ни бала,
Ни урман, ни дала,
Ни ауыл, ни ҡала,
Сайҡалам, буталам,
Шул саҡта бир түҙем!

Һәм бер мәл тынамын.
Донъя менән мөлдөрәмә тулған
Йөрәгемде
Донъяға һонамын.

#РауилБикбаев

https://t.me/shigridonja
90 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2021-06-23 05:02:00

Яратҡандар яратыуға мохтаж,
Яратҡандар мохтаж яҡлауға,
Яратҡанды рәнйетеүе еңел,
Яратҡанды кәрәк һаҡларға.

Күпме кеше тирә-яғыбыҙҙа-
Яратҡандар ғына һанаулы,
Былай ҙа бит инде күңелебеҙ
Бөтөн түгел - йыртыҡ-ямаулы…

Был донъяла беҙҙе яратҡандар
Бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Ҡалдырмайыҡ инде хәтерҙәрҙе,
Ҡалманы бит инде ямарлыҡ.

Яратҡандар ғына яралана,
Яратмаған өсөн яра юҡ,
Шуныһы йәл: беҙҙе яратҡанды
Үҙебеҙҙән һаҡлар сара юҡ…

#ФирүзәАбдуллина

https://t.me/shigridonja
91 views02:02
Ашу / Түсініктеме
2021-06-22 05:00:14
ҺИҢӘ ТАРТЫЛА КҮҢЕЛ

Таң атканда, Ағиҙелдең
Тулҡындары бик һалҡын.
Йәш йөрәктеӊ тулҡындары
Ниңә икән тик ялҡын?

Көндәремдә гел исемдә,
Төндәремдә төшөмдә.
Һине уйлап эшкә барһам,
Дәртем арта эшемдә.

Матур ҙа күп, батыр ҙа күп,
Ләкин һиңә тиң түгел.
Көнгә баҡҡан көнбағыштай,
Һиңә тартыла күңел.

#ҠадирДаян

https://t.me/shigridonja
86 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2021-06-21 05:02:00
КҮҢЕЛ

Болоттарҙы ҡыуып зәңгәрлектә,
Елдәрҙән дә етеҙ остоңмо?
Ер һәм күкте тоташтырып бергә,
Бейеклектә ирек ҡостоңмо?

Дауыл һине ергә бәргәндә лә
Таяндыңмы ҡанат көсөнә?
Үлән аша яҡты нурҙы күреп,
Һоҡландыңмы күктең төҫөнә?

Ҡаурый һайын осто күпме хыял,
Күпме аҡыл, теләк-хистәрең...
Әл дә таңдар оноттора икән
Һалҡынлығын ҡара кистәрҙең...

Ямғыр үтеп, ҡояш сыҡты, ана,
Йәйғор балҡый тормош күгендә!
Күңел ҡошом, һин тағы ла бына
Талпынаһың яҙмыш түрендә.
Бирешмәсе, тормош күгендә?!

#ЛуизаКирәева

https://t.me/shigridonja
88 views02:02
Ашу / Түсініктеме
2021-06-20 05:00:15

Осрашҡанда минән һорай ҡуйҙың
"Арна әле миңә бер шиғыр".
Яҙам бына. Һорағанға түгел.
Йөрәгемдә яралғанға бер йыр.

Һиндәйҙәргә ғашиҡ булыу - яҙыҡ.
Йөрәк уйынсыҡҡа тиң һиңә
Күрә тороп, белә тороп шуны
Ҡапканыңа ҡаптым hyң ниңә?

Миңә табан күпер һуҙғаныңда
Кире борҙом килер юлыңдан.
Йәнәһе лә ғорур, тәкәббермен.
Сығармамын уймаҡ уйындан.

Йәнәһе лә һаҡланамын алдан
Бер аҙымға алда барамын.
Ишектәрҙе япҡас, түҙмәйенсә
Һағышыма, ултырып иланым.

Ә һин ары киттең. Белмәҫһең дә .
Язылғаның һиңә шиғырҙың
Берәй ҡасан китап биттәрендә
Табырһың да тертләп ҡуйырһың.

#АйгөлЙәмилева

https://t.me/shigridonja
97 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2021-06-19 05:02:00
ЕЛӘК БЕШТЕ

Баҡсаларҙа тағы еләк беште,
Үрелеп тә өҙҙөм береһен.
Йәйҙең ҡырыҫ ҡына көндәре лә
Шул еләктәй булып күренһен.

Шул еләктәй булып күренһен дә
Телдәремдә ҡалһын таттары.
Йөрәгемә һәр им килешерҙәй -
Күңелемдең шундай саҡтары!

Телдәремдән йәндәремә күсһен
Йәйҙең тәме - тәме еләктең.
Мин үрелеп тағы еләк өҙҙөм -
Шатлығым да өҙә үҙәкте...

#ЛарисаАбдуллина

https://t.me/shigridonja
163 views02:02
Ашу / Түсініктеме