Get Mystery Box with random crypto!

Һин. Шиғыр. Донъя.

Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя. Һ
Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя.
Арна мекенжайы: @shigridonja
Санаттар: Әдебиет
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 391
Арнадан сипаттама

Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot
Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja

Ratings & Reviews

1.33

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

0

3 stars

0

2 stars

1

1 stars

2


Соңғы хабарлар 9

2022-05-13 04:49:59
БӨГӨН!

Бөгөн минең сәй эсәһем килә
Эҫе генә итеп, шәкәрләп.
Бөгөн генә! Тап шул бөгөн генә
Ҡыуанаһым килә тәгәрләп.

Бөгөн кейгем килә иң-иң затлы
Мин яратҡан ҡыҙыл күлдәкте.
Бөгөн кәрәк миңә тыныс тормош:
Ярһытаһым килмәй йөрәкте.

Бөгөн ҡайтҡым килә әсәйемә,
Бөгөн яҙҙым һиңә һуңғы хат.
Һәм...бөгөндән ҙур бер нөктә ҡуйып,
Үткәндәргә әйтәм салауат.

Бөгөн килә минең һөйөләһем:
Яратылғым килә үҙеңдән.
Һис иртәгә тимә. Иреп төшәм
Миңә төбәп әйткән һүҙеңдән.

Бөгөн генә! Тап шул бөгөн генә
Серләшәһе килә ултырып.
Онотолоп китеп, рәхәтләнеп
Көлгө килә донъя тултырып.

Бына бөгөн генә! Тап шул бөгөн
Маҡсатыма барам ынтылып.
Һуң булмаһын. Мин дә йондоҙ кеүек
Төшәсәкмен ергә атылып.

#ГөлфиәНиғмәтуллина

https://t.me/shigridonja
70 views01:49
Ашу / Түсініктеме
2022-05-12 05:01:04

Аҡ –ҡаралы юлдар һәм кәртәләр,
Боролоштар осрап торалар.
Тормош юлы – иң ҡатмарлы юлдыр,
Күтәрелеү..
Тағы ҡолауҙар...

Күҙ йәштәре аша үтеп китә
Яҙмыштың иң ауыр мәлдәре.
Бер ҡыуаныс бар донъяны ялмай,
Оноттороп ауыр саҡтарҙы.

Бәхет һәм шатлыҡҡа өлгәшеүгә
Һынау аша ғына юл барҙыр.
Ҡояшты ла күрер өсөн юлдар
Тик ҡара төн аша яталыр.

#НәркәсҠәйепҡолова

https://t.me/shigridonja
66 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-05-11 05:05:04
КӨТ МИНЕ

(К. Симоновтан)

Көт мине, ҡайтып төшөрмөн,
Көт, өмөт өҙмә,
Һары һағыш ямғыр булып
Яуһа ла көҙҙә,
Көт бурандар ыжғырғанда,
Көт селлә саҡта,
Башҡалар онотҡанда ла
Ышаныс һаҡла

Көт, минең алыҫ юлымдан
Килмәһә хаттар,
Япа-яңғыҙың ҡалдырып
Төңөлһә яттар.
Көт мине, ҡайтып төшөрмөн,
Ҡайтырмын, көтһәң,
Онот тиеп торһалар ҙа
Яныңда күптәр.
Әсәм, улым күнгәндә лә
Минең юҡлыҡҡа,
Дуҫ-иштәр йыйылып алып
Беҙҙең утлыҡҡа,
Минең рухыма бағышлап
Эскәндә шарап,
Һин ҡатышма. Ҡайтмаҫ, тимә,
Уларға ҡарап.

Көт мине, ҡайтып төшөрмөн
Үлемдән көлөп,
- Даланлы, - тип, көтмәгәндәр
Тешләрҙәр телен.
Аңлай беләме ни улар,
Даланым - ул һин,
Һинең теләк уттан алыр,
Сигенер үлем.
Белербеҙ икәү, мин нисек
Үлемде еңдем -
Бер кемдә лә булмағанса
Һин көтә белдең

Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе

https://t.me/shigridonja
84 views02:05
Ашу / Түсініктеме
2022-05-10 05:00:24
ДУҪЛЫҠ

Дуҫтар булыу —
Йәшәү генә түгел
Бер-береңде башынан һыйпашып,
Дуҫлыҡ — йөрәк эше,
Уға ниңә
Татлы һүҙҙәр әйтеп һыйлашыу?
Дуҫлығыңдың ниндәй икәнлеген
Ҡылған ҡылыҡтарың күрһәтер.
Ололоғон хистең беҙ үлсәйбеҙ
Өлкәнлеге менән хеҙмәттең.
Ҡыйыҡ баҫҡан һинең бар аҙымды
Күрмәҫ, тимә, дуҫтың күҙҙәре.
Ишетерһең шул саҡ уның асы,
Әммә бик-бик яҡын һүҙҙәрен...
Юҡ, дуҫлыҡ ул — бары шарап эсеп,
Йырлау ғына түгел табында.
Дуҫлыҡ тыуа, үҫә, һәм сыныға
Көрәш яландары янында.
Ысын, дуҫтар, бәлки, ғүмерендә лә
«Дуҫым», тиеп, һиңә һүҙ әйтмәҫ.
Әйтмәһен дә…
Тик бел:
Ул һүҙ йәшәй,
Иң йылы хис булып, йөрәктә!

#РәшитНазар

https://t.me/shigridonja
84 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-05-09 05:02:03
ЕҢЕҮ

Таралды һуңғы туптарҙың
Төтөнө,
Ғазаптар аша килде еңеүҙең
Был көнө.

Беҙ оҙаҡ йылдар буйынса
Тир түгеп,
Тештәрҙе ҡыҫып, ҡан ҡойоп,
Бил бөгөп,

Еңеүҙең гүзәл ағасын
Үҫтерҙек,
Үлә яҙҙыҡ, тик үлемде
Үлтерҙек.

Ҡара суйын свастика
Гөрһөлдәп,
Төштө ҡапланып Европа
Өҫтөнән.

Тынды Европала ҡылыстар
Ҡайрауы —
Күтәрҙек беҙ тыныслыҡтың
Байрағын.

#МостайКәрим

https://t.me/shigridonja
54 views02:02
Ашу / Түсініктеме
2022-05-08 05:00:11

Эй был яҙҙың арбар моң-һағышын
Урап ҡына үтер мәл түгел:
Бер яғында һандуғасы түгелә,
Бер яғында үкһей кәкүге.

Эй был яҙҙа ҡараштарың менән
Бар тарафтан мине ҡамауың...
Өҙөлөрмө ошо татлы ҡамау,
Үткән кеүек яҙҙың арбауы?

#РауилБикбаев

https://t.me/shigridonja
56 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-05-07 05:10:02


Сит ерҙәрҙә бәхет юллағандар
Бәлки, тапҡандарҙыр эҙләгәнен.
Үҙем иһә, ғәфүҙәр үтенеп,
Ғәзиз еркәйемә теҙләнгәнмен...

#ӘлфисҒаязов

https://t.me/shigridonja
29 views02:10
Ашу / Түсініктеме
2022-05-06 05:00:34
ТОРМОШ ӨНӨ

Килде бөгөн тормош минең янға
Һәм, иңемә ҡуйғас ҡулдарын,
Киң йылмайып асып һалды алға
Нурға сумған яҡты юлдарын.
Тамыр буйлап ҡайнар ҡаным аҡты
Йәшәү дәрте йомоп эсенә.
Күрмәй мөмкин түгел, дуҫтар, хаҡты
Юл йөрәге тибә кешелә.
Тормош һынап, ҡаты ҡарай миңә:
Юл ярата ялҡын булыуҙы...
Ауырлыҡты еңә көслө генә,
Тик ул ғына бәхет-һылыуҙы
Һөйә ала. -
Аңла һин дә, бала,
Меҫкен булма!
Ныҡ бул - ҡаушама!
Ҙур йөрәкте көрәш сыныҡтыра,
Көсһөҙ йөрәк унан таушала.

#РәшитНазар

https://t.me/shigridonja
35 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-05-05 05:10:05


Был тормошта бер ҡасан да, бер кемгә лә
Һөйләп, асып булмай торған серҙәр була...

Бер ҡасан да, бер кемгә лә бирмәй торған,
Үҙең генә йыуа торған керҙәр була...

Әйтергә тейеш булып та уйлай торғас,
Әйтелмәйсә эстә ҡалған һүҙҙәр була...

Ғүмер буйы оноторға тырышып та
Оноталмайса иҫтә ҡалған күҙҙәр була...

Бер башҡайың аҡ ҡараны айыра алмай,
Яңғыҙҡайың йән аҫыраған көндәр була ...

Үтеп- һүтеп, сорнап -бәйләп уйлап сыҡҡан.
Таңы һаман атмай торған төндәр була...

Аңлатырға һүҙҙәр табып булмайынса,
Һине сорнап, әрнеп янған һағыш була...

Күргәндаргә сабыр булып, күрмәгәнгә
Күрһәтмәһен Аллаһ тигән яҙмыш була.

Үҙ башыңа төшмәйенсә белмәй торған,
Аңлай алмай торған эске әрнеү була...

Үҙең күптән ғәфү итеп, ә йөрәгең ,
Ҡабул итә алмай торған рәнйеү була...

Тойғо, хәсрәт барыһын да, түкмәй- сәсмәй,
Кешекәйем күңеленә һалып ҡуя.

Йәшәй йәшәй, ғүмер үтеп, бер йөк булып,
Күңелдәге шул һандығың шыплап тула.

#ЫнйыӘхмәтова

https://t.me/shigridonja
413 views02:10
Ашу / Түсініктеме
2022-05-04 05:00:23

Ҡуйыныма инде таңдағы ел, Иркәләнеп, һарылып килеп инде.
Таң балҡышы тулды ҡосағыма,
Күңелемде ҡоштар моңо күмде.

Ҡосаҡланым шул саҡ даръяларҙы,
Ҡаяларҙы ҡыҫтым күкрәгемә.
Ҡосағымда ғаләм тертләй кеүек,
Ҡосағымда юҡһың тик һин генә.

#РауилБикбаев

https://t.me/shigridonja
31 views02:00
Ашу / Түсініктеме