Get Mystery Box with random crypto!

Һин. Шиғыр. Донъя.

Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя. Һ
Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя.
Арна мекенжайы: @shigridonja
Санаттар: Әдебиет
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 391
Арнадан сипаттама

Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot
Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja

Ratings & Reviews

1.33

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

0

3 stars

0

2 stars

1

1 stars

2


Соңғы хабарлар 7

2022-06-01 05:00:10
ӘКИӘТ

Йәйге төндәр ҡыҫҡа ниндәй,
Таң да, тоям, яҡында.
Һөйләсе әкиәт, әсәйем,
Батыр ирҙәр хаҡында.
Төнгө япраҡтар haҡ ҡына
Тәҙрәнән эйелеп баға.
Әсәйем төндөң йөҙөнә
Тылсымлы нурҙар яға.
Күңелдә бары шом ҡалҡа,
Берсә нур балҡый ҡапыл, -
Ут кеүек шунда ҡабын да
Дейеүгә ҡаршы атыл!
Биленә ҡәрлә һаҡалын
Бәйләгән Аҡъял батыр...
Мин көтәм бына-бына,
Бына-бына ишек шаҡыр.
Ceү... Ана тәҙрәнән инде
Тәүге таң нуры йөҙөп,
Төштө китте ус төбөнән
Серле-сихырлы йөҙөк.
Мин ерҙең һулышын ишетәм
Таңдың ғорур йырында...
Тыңласы хәҙер, әсәй, һин
Ысын әкиәт турында.

#РәшитНазар

https://t.me/shigridonja
97 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-05-31 05:52:42


Көнләшмәйем йылда яҙҙар һайын,
Ап - аҡ сәскә атҡан муйылға.
Уның олононда сәскә атҡан яҙы,
Тәрән яра булып уйылған...
Көнләшмәйем күлдә томбойоҡҡа,
Матур булһа ла бит ул бойоҡ.
Ел тирбәлткән күлдең тулҡынында,
Яңғыҙ ғына йөҙә гел ойоп.
Көнләшмәйем ерҙә кешеләргә,
Һәр кешелә айырым бер яҙмыш.
Яҙған уны Хоҙай ҡабатламай,
Буталмайса хатта яңылыш...

#МөхәмәтйәрМәғәсүмов

https://t.me/shigridonja
22 views02:52
Ашу / Түсініктеме
2022-05-30 05:35:09
МӨХӘББӘТ ТЫУҒАНДА

Ышанам,
мөхәббәт тыуғанда
Иңдәрҙә ҡанаттар тойғандар,
Бары тик һандуғас телендә
Кистәрен һөйләшә торғандар.

Һөйләшә...
Һүҙ – күпер хистәргә.
Ә һүҙҙәр булмаһа нишләргә?
Бына мин ҡараһам күҙеңә
Юҡ була әйтәһе һүҙгенәм.

Өнһөҙ ҙә аңланым мин һине,
Йыр тулы, моң тулы һөйөүҙе.
Күҙҙәрҙә “әйтелгән” һүҙҙәрҙә
Сағыла Ай, Ҡояш, Ер үҙе.

Мөхәббәт бер генә, сер генә,
Төшөнөп бөткөһөҙ серенә,
Мөхәббәт һөйләшә, ахыры,
Тик утлы ҡараштар арҡылы

#ЛилиәҺаҡмар

https://t.me/shigridonja
68 views02:35
Ашу / Түсініктеме
2022-05-29 05:10:04


Ҡулға эйәләттем күбәләкте,
Осоп ҡына ҡунды усыма.
Бейеп алып ҡабат күтәрелә,
Усым тирәһендә осона.

Ниҙер һөйләй кеүек, моңлана ул,
Тоя микән ҡулым йылыһын?
Күбәләк тә инде тартылғас, тим,
Хикмәттәрең, Хоҙай, шул булһын!

Ул ишара кеүек әллә кемдән!
(Уйлағаным килер алдыма).
Әйләнә лә оса күбәләгем,
Ҡулдарымда, гүйә, наҙ бына!

Күбәләгем, ниҙәр һөйләүең һуң?
Бик үҙ булғас улай асылым,
Һине миңә тойғоларын әйтеп,
Ебәрҙеме әллә аҫылым?

#ЛарисаАбдуллина

Mila Marquis ижады

https://t.me/shigridonja
50 views02:10
Ашу / Түсініктеме
2022-05-28 05:01:52

Күперҙәргә
Һин йоҙаҡтар таҡма,
Бөгөн ярат,
Кисәгегә баҡма.

#ҒәзизӘбделмәнов

https://t.me/shigridonja
31 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-05-27 05:01:13


Бәхет юлы ҡылдан нескә,
Нәфис,
Тотһаң, ыуала.
Донъяла мин бармын, тигән
Уйҙан күңел ҡыуана.

Йөрәгемде телеп үтә
Бер минутта нисә хис.
Минең хәсрәтле булыуым
Ҡамасау түгелдер һис –
Көттөрөп килгән бәхеткә,
Өмөткә тулышыуға.
Монарҙай ғына алдатҡыс,
Ебәктәй генә шыма.
Тоттом,
Бәхетлемен, тиһәң,
Һиҙҙермәй ҡулдан шыуа.

Бәхет ғүмере – ҡылдан ҡыҫҡа,
Уға тиҙ күнегелә.
Тик юғалтыу ҡурҡынысын
Тойғанда һиңә килә –
Бәхет тәме,
Бәхет йәме.
Нурлана күңел ҡоттан.
…Монарҙай ғына алдатҡыс,
Ыуала ҡулда, тотһаң.

#ГөлназҠотоева

https://t.me/shigridonja
32 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-05-26 05:00:36
ӨНДӘШМӘY

Ни бар һинең өндәшмәүеңдән дә
Мәғәнәһеҙерәк, вағыраҡ?..
Әйтер һүҙҙе ярып әйтер инем,
Тик көтөргә булам аҙыраҡ.

Ауыр уйҙар башты иҙгәндә лә,
Тик атымды ғына ҡыуамын.
Өйҙә ҡайғым көтөп торғанда ла
Мин ниңәлер ҡайтам ҡыуанып...

Ә һин өндәшмәйһең - байлығың шул,
Шунда һинең бөтә ныҡлығың....
Мин бөгөндән һиңә ҡайтмаҫ инем,
Үкендерер иртән юҡлығың..

Һөйәм бит мин! Һөйәм сабыр, ауыр
Һөйөү менән, өҙмәй өмөттө, -
Һүҙе лә бар миндә һандуғастың,
Күҙе лә бар миндә бөркөттөң.

#РәмиҒарипов

https://t.me/shigridonja
59 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-05-25 07:52:27
Хәйерле иртә!

Доброе утро!

Көнләшмәсе бик һаҡ кешеләрҙән,
Улар тыныс, ғәмһеҙ йәшәһә, -
Булмаймы һуң күкрәү, тетрәүҙәр,
Йәшлегеңдә йәшен йәшнәһә?

Абынмаҫҡа аяҡ аҫтын ғына
Ҡарап баҫҡан йондоҙ күрәме!
Бер хыялһыҙ, йондоҙ күрмәй йәшәү
Кешегә һуң бәхет бирәме?

Йәшәмәгән генә яңылышмаҫ,
Юҡ-бар уйҙар башҡа тулмаһын...
Хаталар ҙа булыр тормошоңда,
Тик тормошоң хата булмаһын!

Рәми Ғарипов. "Сыңрау торна“, 102-се бит.

#китап_нәшриәте
#шиғриәт
#Рәми_Ғарипов
#бөйөк_шағир

И. Йосопова.

https://kitap-ufa.ru/catalog/poeziya/ram…
67 views04:52
Ашу / Түсініктеме
2022-05-25 07:51:35


Яңы дуҫтар артҡан һайын
Иҫкеләре кәмей бара.
Ҡайһын ҡайын үҙ аҫтына ала,
Ҡайһыһынан йырағая ара.
Ит изгелек, көт яуызлыҡ ,
Тигән һүҙ ҙә дөрөҫ икән —
Арҡау ебен буйға туҡыр
Йөрәк кенә көрөҫ икән.
Әкрен-әкрен үҙ киндерен
һиҙҙермәйсә туҡый икән.
Яҡшынан да, ямандан да
Ғүмер буйы уҡы икән!..

#РәмиҒарипов

https://t.me/shigridonja
69 views04:51
Ашу / Түсініктеме
2022-05-24 05:00:13

Күҙ ҡарашың хәнйәр һинең, утлы хәнйәр...
Күкрәгемде ярҙың да һин,
Йөрәгемдең телеп алдың тап яртыһын...
Шунан бирле йәндә тере бер йәрәхәт -
Үҙе ауыр, үҙе рәхәт,
Тыңғы бирмәй миңә һаман йәйен, ҡышын...
Әйт миңә, әйт!..
Ҡасан килеп алырһың һин
Йөрәгемдең тороп ҡалған,
Тороп ҡалған яртыһын да, аҫыл ҡошом?!

#РәшитНазар

https://t.me/shigridonja
81 views02:00
Ашу / Түсініктеме