Get Mystery Box with random crypto!

Һин. Шиғыр. Донъя.

Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя. Һ
Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя.
Арна мекенжайы: @shigridonja
Санаттар: Әдебиет
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 391
Арнадан сипаттама

Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot
Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja

Ratings & Reviews

1.33

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

0

3 stars

0

2 stars

1

1 stars

2


Соңғы хабарлар 5

2022-06-22 04:01:01

Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр,
Әйтерһең дә, ергә аумаған.
Ул һалдаттар, аҡ торналар булып,
Осоп киткән зәңгәр һауаға.

Әле һаман ошо яугирҙәрҙең
Тауыштары килә алыҫтан.
Юҡҡамы ни, һауаларға ҡарап,
Күңелебеҙ тула һағышҡа.

Ҡанаттары талып, ҡош сылбыры
Оса таңда, оса кисен дә.
Шул сылбырҙа кескәй буш урын бар,
Ул буш урын минең өсөндөр!

Бер көн мин дә торна сылбырында
Юғалырмын инеп томанға.
Йәнем иңрәр моңһоу бер ҡош һымаҡ,
Ерҙәгеләр ғәзиз булғанға.

#РәсүлҒамзатов

#РауилБикбаев тәржемәһе

https://t.me/shigridonja
32 views01:01
Ашу / Түсініктеме
2022-06-20 06:27:21


Фәрештә тип бел һин, башҡаларҙы,
Уйламаҫтан яман һүҙ әйтмә.
Кеше күңелдәрен аямайса,
Бер ҙә юҡҡа әҙәм рәнйетмә.
Әйләндереп баҫыуы ла мөмкин,
Донъя бит ул - үҙе ҡуласа.
Яманлыҡтың игелектәр булып,
Ҡайтҡаны юҡ әле... бығаса.

#ӘлфиәАбдрафиҡова

https://t.me/shigridonja
11 views03:27
Ашу / Түсініктеме
2022-06-19 05:00:11

Таң алдынан уянығыҙ,
Ҡағығыҙ йоҡоғоҙҙо.
Ҡулды болғап,
Сәләмләгеҙ
Сулпан йондоҙоғоҙҙо.
Үткер ҡарашығыҙ менән
Төн ҡараһын уйығыҙ.
Һыҙылған таң нуры кеүек,
Яҡты булһын уйығыҙ.
Ысыҡ төҫлө,
Йоҡоң ҡалған
Керпегең остарында.
Ерҙең эсендә ут микән,
Нурҙар бейей тышында.
Уянығыҙ,
Уйланығыҙ
Тыуасаҡ көн хаҡында.
Ямғырҙары яуыр микән,
Йәшен уйнай яҡында.
Шаулар Йөрүҙән ҡамышы,
Болоттарҙың ағышы.
Көндәр аяҙ торормо һуң,
Ҡырҙа бешкән арышы.
Ә уйҙарым осто инде,
Үҙәндәрҙән ашты шул.
Таң алдынан уянғайным,
Йоҡоларым ҡасты шул.
Оло үгеҙ кеүек, мышнап,
Яй ҡуҙғала ҡара төн.
Яңы көнөм күҙен аса,
Көнөм ҡаға ҡанатын.

#ТимерЙосопов

https://vk.com/shigridonja
29 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-06-18 05:01:36


Алсы әсәй, мине ҡосағыңа,
Ҡайтайымсы бала сағыма.
Һинең ҡосағыңда ғына, әсәй,
Бала сағым ҡабат сағыла.

Алсы әсәй, алсы ҡосағыңа,
Алсы әле, алсы тағы ла.
Һинең ҡосағыңда ғына, әсәй,
Бөтә ҡайғыларым юғала.

Тиңләйем мин, әсәй, ҡосағыңды,
Аҡ кейеҙле, йылы бишеккә,
Балаларым ҡайтып керер тиеп,
Күҙ һалаһың һаман ишеккә.

Ҡуйыныңда ғына үҫтерҙең һин,
Бишек булды беҙгә ҡосағың,
Ҡылған доғаларың кеүек,
Шифалы ла бишек йырҙарың.

Ауырлыҡтар килеп тыуа ҡалһа,
Һыйынабыҙ һинең яныңа.
Күк йөҙөнөң сиге булмағандай,
Сикһеҙ рәхмәт, әсәй барына.

Алсы, әсәй, мине ҡосағыңа,
Алсы, әсәй, алсы, тағы ла.
Һинең ҡосағыңда ғына, әсәй,
Бала сағым ҡабат сағыла.

#РаушанХазиәхмәтов

https://vk.com/shigridonja
25 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-06-17 05:01:12
НИҢӘ?

Ниңә күрҙем, ниңә яраттым мин
Ниңә күңелемде яуланың?
Ниңә һинең серле күҙҙәреңдән
Күҙҙәремде ала алманым?
Ниңә килмәнең һин иртәрәк,
Ниңә һине күптән күрмәнем.
Ғүмеремдең наҙлы йылдарын
Ниңә һинең менән бүлмәнем?
Күпме тыям бәйһеҙ йөрәкте,
Ярамай, ҡуй, уны һөймә, тип.
Алыҫтағы ҡояш йылыта алмай
Уның өсөн янма, көймә, тип.
Тик ҡайҙа һуң!..
Һөйгән йөрәктәрҙе
Айыра торған кәртә ерҙә юҡ.
Һөйөү менән йәшәү икеһе лә
Үлемһеҙ һәм азат берҙәй үк.

#ЗәйнәбБиишева

https://vk.com/shigridonja
82 viewsedited  02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-06-16 05:10:06


Аҡсарлаҡтар тулҡын тынын,
Һыуҙың көсөн ныҡлап тоя.
Был донъяла йәшәр өсөн
Ҡанаттары күкте ҡыя.

Күкрәгендә тибә йөрәк,
Ярһыу йәнен тулҡын арбай.
Йәшәү өсөн ҡанат яҙған
Аҡсарлаҡтар күктә сарлай.

Ояларҙа бәпкәләре
Суҡыш япмай көтә аҙыҡ.
Бала өсөн ап-аҡ ҡоштар
Ҡанаттарын тота яҙып.

Тулҡындары ҡайнап тора
Даръяны күмә күбек.
Аҡсарлаҡтың ярһыуҙары
Минең ғүмерем кеүек.

#ФәнилБүләков

https://t.me/shigridonja
86 views02:10
Ашу / Түсініктеме
2022-06-15 05:01:58

Ниңә кәрәк был сәс һиңә,
Һөйөү һүҙен төйнәмәһә?
Ни нәмәгә хәжәт был күҙ,
Ғашиҡ булып дөрләмәһә?

Был ирендәр ниңә һиңә,
"Һөйәм... Һөйәм..." тип әйтмәһә?
Был ҡолаҡтар ниңә кәрәк,
"Һөйәм..." һүҙен ишетмәһә?..

#РәшитНазар

https://t.me/shigridonja
51 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-06-14 08:09:47


Күл өҫтөнә хаттар яҙҙым-
Наҙлы һөйөү юлдары.
Уҡырға ла өлгөрмәнең,
Юйҙылар тулҡындары.

Ҡар өҫтөнә хаттар яҙҙым-
Хисле ине юлдары.
Уҡырға ла өлгөрмәнең,
Ҡапланы бурандары.

Аҡ томанға хаттар яҙҙым-
Йөрәк һүҙе-юлдары.
Уҡырға ла өлгөрмәнең,
Ҡаплағас урмандары.

Ҡайҙа ғына яҙманым мин,
Һиңә һөйөү юлдарын...
Уҡыһаң да яуапларға,
Тартмағандыр ҡулдарың.

#ҠЫПСАҠХАН

https://t.me/shigridonja
53 viewsedited  05:09
Ашу / Түсініктеме
2022-06-12 09:11:13 Һин. Шиғыр. Донъя. pinned a photo
06:11
Ашу / Түсініктеме
2022-06-12 05:02:01


Тыуған яҡтарыма ҡайтһам,
Хисләнә минең күңел.
Уйҙарым оса йыраҡҡа,
Тыйып тотарлыҡ түгел!

Гүзәллегенән еремдең,
Күңелгә Илһам тула!
Бигерәк нескә күңелдә,
Шиғыр юлдары тыуа!

Матур уйҙар,сихри хистәр...
Ҡәләм алам ҡулыма.
Тәбиғәттең матурлығы,
Минең йөргән юлымда.

Илһам алам,һиңә ҡайтып,
Ауылым-тыуған төйәк!
Һиндә тыуа шиғырҙарым,
Һин бит-Илһамлы төбәк!

#ЗәһүрәӘбелкарамова-Кирәева

https://t.me/shigridonja
4 views02:02
Ашу / Түсініктеме