Get Mystery Box with random crypto!

Һин. Шиғыр. Донъя.

Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя. Һ
Telegram арнасының логотипі shigridonja — Һин. Шиғыр. Донъя.
Арна мекенжайы: @shigridonja
Санаттар: Әдебиет
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 391
Арнадан сипаттама

Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot
Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja

Ratings & Reviews

1.33

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

0

3 stars

0

2 stars

1

1 stars

2


Соңғы хабарлар 10

2022-05-03 05:10:05


Күңелемдең буранына еткән
Мин бурандар әле күрмәнем.
Үкенесле үткәндәрҙе иҫләп
Йөрәгемде игәй күргәнем.

Яҙмышымдың бик ҡойонло мәле
Хәтер булып ҡайта хаталар.
Йөҙ ғүмерем бирер инем, таңдар,
Шул уҡ таңдар кире атһалар.

Мин ҡайтыр ҙа инем үткәндәргә,
Бикләр инем иләҫ йөрәкте,
Кешелектең, ҡаҡмаҫ инем бәлки,
Ишектәрен еңеп йөрьәтте.

Ҡаҡмаҫ инем тәҡдир тәҙрәләрен
Ғәмәл дәфтәрҙәрен ҡаралап,
Күңелдәрҙе һаҡлар ине яҙмыш
Сәсрәп ярылыуҙан аралап.

Үкенескә, ғүмер уҙып бара,
Үкенескә манып күргәнен...
Күңелемдең ярһыу буранынан
Мин көслөрәк буран күрмәнем...

#ТаңсулпанРәсүл

https://t.me/shigridonja
52 views02:10
Ашу / Түсініктеме
2022-05-02 05:00:57
АТАЙҺЫҘҘАР

Аталы бала - арҡалы бала.

1.
Уларҙың бит
доньялары теүәл.
ҡараштары ғәмһеҙ.
Ҡайғыһыҙҙар.
Беҙҙең күҙҙәр моңһоу.
Беҙ - баҫалҡы.
Яҙмыш беҙҙе ҡаҡҡан.
Атайһыҙҙар.

Уларҙы бит майҙа йөҙҙөрәләр,
Күңелдәре көр.
Кисермәгән
Дауыл,ел - ямғырҙар.
Беҙҙең йөрәк мең туҡтап
кире типкән.
Әсе һағышлы беҙ - атайһыҙҙар.

2.
Йылдар үтә.
Әрнеү генә тере.
Уны күрәм
көн дә
Әсәй
Күҙендә.
Әсе шауҡымына
Түҙә алмай
һығылып төшәм
Ҡай саҡ үҙем дә.

"Атайыңды күмгәс,
Баҡсабыҙҙа
Эй һайраны өҙөлөп, һандуғас."
Тине күҙ йәштәре менән
әсәй,
вафатына
16 йыл уҙғас.

"Әллә үҙеме, әруахымы, тиеп
йыуандым да.
ҡыйын ине бит шундай.
Түҙгеһеҙ. "
Өндәшмәнем.
Башым баҫтым.
йәшем йоттом.
Ҡалдым әрнеү менән
Күҙгә күҙ.

3.
... Был бит үтмәҫ яман шеш,
Ауырыу төҫлө.
Йылдар ағыр.
Ә ул мәңге һыҙлар.
Беҙ - үҙ йәшебеҙҙән
Күпкә оло,
күпкә көслө.
Яҙмыш баҫҡан мөһөр -
Атайһыҙҙар.

#АйгөлЙәмилева

https://t.me/shigridonja
41 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-05-01 05:10:04


Йәшел үлән ҡарҙың һуттарынан,
Ҡояш нурҙарынан терелде.
Яҙ еленең йылы тындарынан
Үлән тәне күккә үрелде.

Ҡар һалҡынын еңеп түтәлдәрҙә
Нәркәс асты һары таждарын.
Яландарҙа зәңгәр умырзая
Көтә тажын асыр таңдарын.

Наҙлы талдар һары бәпкәләрен
Йыуа Ағиҙелдең һыуында.
Көсөктәрен елгә осоралар
Ап-аҡ ҡына һылыу ҡайындар.

Наҙлы был яҙ ярһыу күңелемдә -
Яңы өмөт, тамыр бирерлек.
Яҙ наҙында хәлем шундай минең,
Ҡарҙар кеүек наҙҙан ирерлек!

#ФәнилБүләков

https://t.me/shigridonja
5 views02:10
Ашу / Түсініктеме
2022-05-01 05:01:49
АТАЙҺЫҘҘАР

Аталы бала - арҡалы бала.

1.
Уларҙың бит
доньялары теүәл.
ҡараштары ғәмһеҙ.
Ҡайғыһыҙҙар.
Беҙҙең күҙҙәр моңһоу.
Беҙ - баҫалҡы.
Яҙмыш беҙҙе ҡаҡҡан.
Атайһыҙҙар.

Уларҙы бит майҙа йөҙҙөрәләр,
Күңелдәре көр.
Кисермәгән
Дауыл,ел - ямғырҙар.
Беҙҙең йөрәк мең туҡтап
кире типкән.
Әсе һағышлы беҙ - атайһыҙҙар.

2.
Йылдар үтә.
Әрнеү генә тере.
Уны күрәм
көн дә
Әсәй
Күҙендә.
Әсе шауҡымына
Түҙә алмай
һығылып төшәм
Ҡай саҡ үҙем дә.

"Атайыңды күмгәс,
Баҡсабыҙҙа
Эй һайраны өҙөлөп, һандуғас."
Тине күҙ йәштәре менән
әсәй,
вафатына
16 йыл уҙғас.

"Әллә үҙеме, әруахымы, тиеп
йыуандым да.
ҡыйын ине бит шундай.
Түҙгеһеҙ. "
Өндәшмәнем.
Башым баҫтым.
йәшем йоттом.
Ҡалдым әрнеү менән
Күҙгә күҙ.

3.
... Был бит үтмәҫ яман шеш,
Ауырыу төҫлө.
Йылдар ағыр.
Ә ул мәңге һыҙлар.
Беҙ - үҙ йәшебеҙҙән
Күпкә оло,
күпкә көслө.
Яҙмыш баҫҡан мөһөр -
Атайһыҙҙар.

#АйгөлЙәмилева

https://t.me/shigridonja
7 views02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-04-30 05:00:31
БӘЙГЕ

Тормош - бәйге! Була шундай саҡтар:
Ярылырҙай була йөрәгең.
Ир намыҫлы булһаң был бәйгелә.
Ярhымай ҙа булмай, күрәһең. Намыҫлыға йәшәү ауырыраҡ,
Хаҡлыҡ һөйөп, хәйлә белмәһәң.
Ҡан туғандар хатта ситкә тибер,
Халҡым тиеп янып елләнһәң.
Тик ауыҙың тулы ҡан булһа ла,
Төкөрмәйһең дошман алдында.
Һуң нишләйһең, тештәреңде ҡыҫып,
Атлығаһың аҡбуҙ атыңда...
Йыуынаһың оло өмөт менән,
Бәйгелә бит хаҡлыҡ еңәсәк
Унда ир намыҫы, ат бәҫе бит,
Ә хаҡимы - уның - киләсәк.

#РәмиҒарипов

https://t.me/shigridonja
15 views02:00
Ашу / Түсініктеме
2022-04-29 05:04:01


Юл сатында туҡтап ҡалған сағым,
Ғүмер үтә сабып янымдан.
Һуҡмағандай йөрәк сәғәте лә,
Арығанмы дөрләп яныуҙан?

Күкрәгемә ҡулдарымды ҡуям,
Тойорға тип йәшәү тауышын:
Ашыҡмайса, йөрәк, яйлап һанай,
Яҙмышымдың ваҡыт ағышын.

Мин, әйтерһең, дәүер шаңдауының
Шауҡымында яңғыҙ аҙаштым,
Кешеләрҙән, гүйә, яҙғанмын да,
Бар әсеһен тоям һағыштың.

Йылдар уҙған, йылдар алып уҙған,
Көндәремдең бәхет тулыһын.
Мин, ахыры, аҙашҡанмын эҙләп,
Кешелектең эҙләп йылыһын...

Яҙмышымдың туҡтап ҡалған сағы,
Бөткән сағы янып тәҡәте...
Туҡтаһам да үҙем юл сатында
Туҡтамаһын йөрәк сәғәте..

#ТаңсулпанРәсүл

https://t.me/shigridonja
46 views02:04
Ашу / Түсініктеме
2022-04-28 05:01:53
ЕТӘ

Миңә етә һүҙһеҙ наҙлы ҡарашың!
Йоморбыҙ күк көн дә тындар алмашып:
Ике йөрәк йыйған йылдар яраһын...

#ИлшатСибәғәтов

https://t.me/shigridonja
69 viewsedited  02:01
Ашу / Түсініктеме
2022-04-27 05:05:06


Мин тик үҙем,
Башҡа кеүек булмам,
Тиңләмәгеҙ, зинһар, һис кемгә.
Тырышмағыҙ мине үҙгәртергә,
Биҙәмәгеҙ сит-ят кейемгә.
Мин тик үҙем,
Күҙҙәр был донъяны,
Бәлки, икенселәй күрәлер...
Күптәр күперҙәрҙе яндырғанда,
Ҡабатлайым: “Ә һин үр әле!”
Мин ҡаршы ла түгел бар ағымға,
Уға ылығып та йөҙмәйем.
Кәрәк икән, ярға ырғып сығам,
Тығын ерҙә, юҡ, мин түҙмәйем...
Был донъяға мин тыуғанмын икән
Үҙем булып,
Айырым ҡарашта,
Тимәк, шулай кәрәк,
Һәм нисектер
Юғалмаҫҡа ине ағышта.

#НәркәсҠәйепҡолова

https://t.me/shigridonja
61 views02:05
Ашу / Түсініктеме
2022-04-26 05:02:01
САЙҠАЛАЛАР КӘМӘЛӘР

Бар тәбиғәт серләшә айлы төндә,
Йүгереп уйнай тулҡындар
Дим өҫтөндә.
Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә
Сайҡалалар кәмәләр.
Аҡсарлаҡҡа оҡшап яр ситендә
Сайҡалалар кәмәләр.

Көр тауышым яңғрата матур йырҙар,
Таңға ҡалып тыңлай, тын туғайҙар.
Башҡа килде ҡайнар, дәртле уйҙар
Сайҡалғанда кәмәләр.
Башҡа килде ҡайнар, дәртле уйҙар
Сайҡалғанда кәмәләр.

Елдәр иҫте, hыу өҫтөн hырландырып,
Иркәм сәсен тулҡындай тирбәлдереп.
Һоҡландылар, ахры, беҙҙе күреп,
Сайҡалдылар кәмәләр.
Һоҡландылар, ахры, беҙҙе күреп,
Сайҡалдылар кәмәләр.

Бар тәбиғәт серләшә айлы төндә,
Йүгереп уйнай тулҡындар
Дим өҫтөндә.
Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә
Сайҡалалар кәмәләр.
Аҡсарлаҡҡа оҡшап яр ситендә
Сайҡалалар кәмәләр.

#МөслимМарат

https://t.me/shigridonja
60 views02:02
Ашу / Түсініктеме
2022-04-25 05:10:06


Мин донъяға тәүгә килгәнмен дә,
Шул уҡ саҡта – ғүмер үткәндәй.
Стартҡа сыҡҡан бер еңмеш тә үҙем,
Финишҡа ла барып еткәндәй.

Донъя гиҙгән мин бер хас мосафир,
Тәжрибәм дә ашыу елкәнән.
Шул уҡ мәлдә – мин бер сабый ғына,
Тәпәй баҫырға тип елкенәм.

Төрлө хәлдә, төрлө мәлдәрҙә лә,
Бала саҡтан алып ҡартлыҡҡа:
Хоҙай миңә юлды яҡтырта ла,
Күңелемде әйҙәй хаҡлыҡҡа.

#ДинараҺаҙыева

https://t.me/shigridonja
81 views02:10
Ашу / Түсініктеме