Get Mystery Box with random crypto!

ЮЛДАШ радиоһы

Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы Ю
Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы
Арна мекенжайы: @radiouldash
Санаттар: Жаңалықтар
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 1.80K

Ratings & Reviews

2.67

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

1

3 stars

1

2 stars

0

1 stars

1


Соңғы хабарлар 8

2023-05-09 07:36:47 Ил президенты Владимир Путин Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменә Еңеү көнө менән ҡотлау ебәрҙе.

"1945 йылдың 9 майы халҡыбыҙҙың берҙәмлеге һәм рухи ҡеүәте, тыныслыҡ һәм ғәҙеллек тантанаһы булып тарихта ҡала. Беҙҙең изге бурыс - ата-балаларҙың бөйөк ҡаарманлығы тураһында хәтерҙе һаҡлау", - тиелә Президент ҡотлауында.
65 views , edited  04:36
Ашу / Түсініктеме
2023-05-09 07:35:51
Әлшәй районы Иҙрис ауылында байрамды ошолай ҡаршы алғандар.
68 views , 04:35
Ашу / Түсініктеме
2023-05-09 06:32:22
Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын!
Байрам менән, юлдаштар!
90 views , 03:32
Ашу / Түсініктеме
2023-05-08 19:22:06 Бөйөк Еңеү байрамын Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарағыҙ.

9 майҙа Өфөлә үтәсәк төп байрам сараларын Башҡортостан халҡы тура эфирҙа ҡарай ала. Бөйөк еңеү көнөндә БЮТ Өфө территориаль гарнизоны хәрбиҙәренең, көс структуралары учреждениелары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, кадеттарҙың һәм курсанттарҙың тантаналы маршын күрһәтә. Трансляция 12:00 сәғәттә башлана.

Киске 19:00 сәғәттә Өфөнөң Совет майҙанында сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында үткән "Көслөләр дәүере" концерты тура эфирҙа күрһәтелә. 23:00 сәғәттә байрам салюты эфирға сыға.
78 viewsСария Рамазанова, 16:22
Ашу / Түсініктеме
2023-05-08 18:15:02
Радий Хәбиров Леонид Пасечник менән осрашты.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Донбасҡа сәфәре барышында Луганск халыҡ республикаһы етәксеһе Леонид Пасечник менән осрашты. Төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре ҡаралды.

"Ике республика араһында дуҫтарса мөнәсәбәт урынлашҡан. Донбасҡа ярҙам иткән Башҡортостан халҡына ҙур рәхмәт", - тине Леонид Пасечник.

"Донбасҡа беҙҙең хәрбиҙәрҙе Еңеү көнө менән ҡотларға, беҙҙең табиптар, төҙөүселәрҙең эшен ҡарарға килдек. 11 майҙан һуң Башҡортостандан ҙур бригада юлға сыға. Маҡсат - 11 торлаҡ йортто һәм 5 социаль объектты төҙөкләндереү", - тине Радий Хәбиров.
100 viewsСария Рамазанова, 15:15
Ашу / Түсініктеме
2023-05-08 15:30:04
Радий Хәбиров МХО зонаһына барып, егеттәребеҙҙең фронттағы көнкүреше менән танышҡан, ҡаһарманлыҡ күрһәткән егеттәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләгән.

– Алғы һыҙыҡта йөрөгән егеттәр менән аралаштым. Улар һәр саҡ минең "Хәлдәр нисек?" тигән һорауыма "Барыһы ла яҡшы" тип яуап ҡайтара. Ошо рәүешле хәҙерге һалдаттарҙа ата-бабаларынан ҡалған күркәм һыҙаттар сағыла.

Башҡортостан Башлығы республиканан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙе Шайморатов генерал миҙалы менән бүләкләне.

"Был республикабыҙҙың хәрби наградаһы үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, илебеҙҙе, кешеләрҙе һәм йәмғиәт тәрбитен һаҡлаған кешеләр өсөн. Әлбиттә, беренсе миҙалды мин яугирҙарға – МХО-ла ҡатнашыусыларға тапшырҙым", - тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.
65 views , 12:30
Ашу / Түсініктеме
2023-05-08 14:16:15 Башҡортостан ҡотҡарыусылары Ҡурған өлкәһенә урман янғындары менән көрәшергә юлланды.

Ҡурған өлкәһендә көслө урман янғындары ҡотора. Бер нисә тораҡ пункттан халыҡ эвакуацияланған.

Тәбиғәт афәте менән көрәшеүгә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан 50 кеше һәм 7 берәмек техниканан торған аэромобиль төркөм ебәрелгән. Ылауҙы идаралыҡтың махсуслаштырылған янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Алексей Васильев етәкләй.
83 viewsСария Рамазанова, 11:16
Ашу / Түсініктеме
2023-05-08 13:12:44
Өфө тынлы оркестры һәм хоры байрам менән ҡотланы.

Өфөлә Совет майҙанында башҡорт халҡының милли геройы, легендар 112-се Башҡорт атлылары дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған йыр яңғыраны.

Шайморатовтың батырлығы хаҡындағы композицияны Таһир Сәйфуллин исемендәге хор капеллаһы һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы тынлы оркестры башҡарған. ("Шайморатов генерал" Заһир Исмәғилев көйө, Ҡадир Даян һүҙҙәре).
19 viewsСария Рамазанова, 10:12
Ашу / Түсініктеме
2023-05-08 09:25:30
8 - 9 майҙа Өфөләге Ленин майҙанында 14:00 сәғәттән 23:00 сәғәткә тиклем ретро-техника күрһәтелә. Шунда уҡ контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу пункты һәм ялан кухняһы эшләйәсәк. Ошо көндәрҙә Рус драма театры парковкаһында Красногорскиҙан килгән тарихи техникалар һәм «Патриот» хәрби-патриотик паркының БМП күргәҙмәһе ойошторола.

9 май иртәһе Өфөлә сәғәт 10:00-да Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә һәм сәғәт 11:00-ҙә Еңеү паркының мемориаль комплексында Мәңгелек утҡа сәскә һалыу тантаналарынан башлана.

Сәғәт 12:00-лә Октябрь проспектында Өфө территориаль гарнизоны, Башҡортостан Республикаһындағы федераль башҡарма власть органдары территориаль органдарының хәрби хеҙмәткәрҙәре, хәрби хәрәкәт һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, курсанттар, уҡыу йорттары кадеттары тантаналы сараның үҙәгендә буласаҡ.

Бынан һуң 13:00 сәғәттә Рус драма театры алдындағы майҙанда Өфөнөң мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең байрам концерты башланасаҡ.

15:00 сәғәттә - республиканың алдынғы ижади коллективтары, артистары ҡатнашлығында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында тантаналы концерт була. Рәсми өлөштә республика Башлығы сығыш яһаясаҡ, сара тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтеләсәк.

16:00 сәғәттән 22.00 сәғәткә тиклем Совет майҙанында - республиканың ижади коллективтары ҡатнашлығында концерт.

18:00 сәғәттә - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Салауат вариҫтары сигенмәйәсәк» спектакле. Ул легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәм уның командиры - Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған (билеттарҙы театр кассаһында һатып алырға мөмкин).

Республика Хәрби дан музейында 9 май - асыҡ ишектәр көнө.

Байрам саралары ҡаланың район майҙансыҡтарында ла үтәсәк. Еңеү көнө республиканың баш ҡалаһында Ленин майҙанында 23:00 сәғәттә сағыу фейерверк менән тамамлана.

«Мәҙәниәт» милли проекты һәм күп функциялы күсмә мәҙәниәт автоклубтары ярҙамында Башҡортостандың иң төпкөл ауылдарында ла байрам концерттары ойошторола. Сығыштар ваҡыты ошонда

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
33 viewsСария Рамазанова, 06:25
Ашу / Түсініктеме
2023-05-08 08:38:06
Башҡортостандан өс ветеран Мәскәүҙең Еңеү парадында ҡатнаша.

Тамара Казакова, Мөсәйрә Фәтихова һәм Владимир Егоров Мәскәүгә  юлланды.

Тамара Казаковаға – 96 йәш. Ул фронтҡа үҙ теләге менән барған һәм авиация полкында хеҙмәт итә. Смоленск, Белоруссия, Польша, Литва, Көньяҡ Пруссияны азат итеүҙә һәм Кёнигсбергты алыуҙа ҡатнашҡан. Тап унда ветеран Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылаған.

Тамара Казакова менән бергә хәрби тимер юлсы Владимир Егоров һәм Сталинград яуында ҡатнашҡан зенитсы Мөсәйрә Фәтихова Еңеү парадын ҡарай.
Ветерандар өсөн Мәскәүҙә экскурсия ойошторола.
63 viewsСария Рамазанова, 05:38
Ашу / Түсініктеме