Get Mystery Box with random crypto!

ЮЛДАШ радиоһы

Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы Ю
Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы
Арна мекенжайы: @radiouldash
Санаттар: Жаңалықтар
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 1.80K

Ratings & Reviews

2.67

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

1

3 stars

1

2 stars

0

1 stars

1


Соңғы хабарлар 146

2022-10-06 13:12:20
Башҡортостан халыҡ фронты яңылыш мобилизацияланған күп балалы атай кешегә кире ҡайтырға ярҙам иткән.

Баймаҡ районынан 4 балалы атайҙы өлөшләтә мобилизация ваҡытында хәрби хеҙмәткә алып киткәндәр. Халыҡ фронты штабына ир-уҙамандың ҡатыны һәм апаһы мөрәжәғәт иткән. Ир хәрби комиссариатта күп балалы атай булыуын әйтеп ҡараған, әммә уны иркенән мәхрүм итеү менән ҡурҡытып, хәрби әҙерлек урынына алып киткәндәр.

Өфөлә яңылыш мобилизацияға саҡырылғандар өсөн ярҙам үҙәге эшләй. Ул Киров урамы, 1 адресы буйынса 138-се кабинетта урынлашҡан. Мөрәжәғәттәрҙе интернет аша ла ҡалдырырға мөмкин, социаль селтәрҙә махсус төркөмдәр булдырылған.
Белешмә өсөн телефон: 8-347-273-55-44.

#юлдашяңылыҡтары
207 viewsСария Рамазанова, 10:12
Ашу / Түсініктеме
2022-10-06 09:42:31
"Салауат Юлаев" Континенталь хоккей лигаһында даими беренселектә сираттағы уйынын үткәрә.

Бөгөн юлаевсылар Магнитогорскиҙан "Металлург" менән осраша. Уйын Өфөлә үтә, ул 19.00 сәғәттә башлана.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы уны тура эфирҙа күрһәтә.

#юлдашяңылыҡтары
238 viewsСария Рамазанова, 06:42
Ашу / Түсініктеме
2022-10-06 09:38:31
Баҡса маршруттары ябыла.

20 октябрҙән "Башавтотранс" автобустары баҡсаларға йөрөмәй башлай.

Тулы мәғлүмәт компания сайтында урынлаштырылған. Бынан тыш, был аҙнала Өфөлә 108 һәм 211/1 маршруттары ябылды.

#юлдашяңылыҡтары
237 viewsСария Рамазанова, 06:38
Ашу / Түсініктеме
2022-10-06 09:35:38
"Теге өсәү"ҙә ҡунаҡта "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин булды.

Башҡортостанда гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылырға була.

2023 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Ул 13 октябргә тиклем бара. Баҫмалар әүҙем уҡыусылар өсөн бүләктәр әҙерләгән.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә һәм социаль селтәрҙә танышырға мөмкин.

#Тегеөсәү #юлдашяңылыҡтары
238 viewsСария Рамазанова, 06:35
Ашу / Түсініктеме
2022-10-05 17:02:42
Өфөлә "Һәҙиә Дәүләтшина ижадына арналған китап менән таныштырҙылар.

Китапта әҙибә хаҡында хәтирәләр, уның билдәле әҫәрҙәре һәм уларға байҡау тәҡдим ителә.

"Йыйынтыҡҡа мәғлүмәт 10 йыл тирәһе тупланды", - ти китаптың төҙөүсеһе, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынова.

#юлдашяңылыҡтары
296 viewsСария Рамазанова, 14:02
Ашу / Түсініктеме
2022-10-05 16:59:47
И еще привет от наших «шаймуратовцев» с передовой.

Ребята работают достойно, с верой в то, что они делают. Так и должно быть.

Служите спокойно. За вами весь Башкортостан. Мы вас во всем поддержим!
260 viewsСария Рамазанова, 13:59
Ашу / Түсініктеме
2022-10-05 16:59:29
Делюсь отличной новостью – все вопросы финансирования нашего студенческого кампуса Евразийского НОЦ окончательно решены. Только что в Москве закончилось совещание с министром высшего образования и науки Российской Федерации Валерием Николаевичем Фальковым.

В ближайшие годы в реализацию проекта будет вложено 20 млрд рублей инвестиций, из которых 60 процентов — федеральные.

Мы отдали под кампус лучшую площадку в Уфе – на южном склоне реки Белой.

Это история не только про общежития. Прежде всего мы создаем современную научно-образовательную среду действительно мирового уровня, пространство для жизни, учебы, науки, спорта и культуры.

Это огромное достижение для нашей республики, которая, конечно, должна развиваться, несмотря ни на какие внешние вызовы. Двигаемся дальше.

Всем удачи!
242 viewsСария Рамазанова, 13:59
Ашу / Түсініктеме
2022-10-05 14:02:25 Дәүләт хеҙмәттәре порталында өлөшләтә мобилизация буйынса ялыу ҡалдырырға була.

Унда мөрәжәғәт биреү өлгөһө урынлаштырылған. Документты хәрби хеҙмәткә саҡырылған йәки уның яҡыны тултыра ала. Ғаризалар төбәктең хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһына тапшырыла. Повестка алған кешеләр шулай уҡ 122 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә ала.

#юлдашяңылыҡтары
272 viewsСария Рамазанова, 11:02
Ашу / Түсініктеме
2022-10-05 14:00:37
Башҡортостанда иген тейәлгән машина янған.

Ғәҙәттән тыш хәл Салауат районында була. Һарғамыш ауылынан алыҫ түгел баҫыуҙа “КамАЗ” машинаһына ут тоҡана. Ике сәғәт эсендә янғын һүндерелә, зыян күреүселәр юҡ. Белгестәр ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен асыҡлай.

#юлдашяңылыҡтары
269 viewsСария Рамазанова, 11:00
Ашу / Түсініктеме
2022-10-05 13:52:53
Ә һеҙ хоккей ҡарайһығыҙмы?
Anonymous Poll
48%
эйе
52%
юҡ
44 voters267 viewsСария Рамазанова, 10:52
Ашу / Түсініктеме