Get Mystery Box with random crypto!

ЮЛДАШ радиоһы

Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы Ю
Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы
Арна мекенжайы: @radiouldash
Санаттар: Жаңалықтар
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 1.80K

Ratings & Reviews

2.67

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

1

3 stars

1

2 stars

0

1 stars

1


Соңғы хабарлар 7

2023-05-09 17:28:01
Өфөнөң Совет майҙанында Еңеү көнөнә арналған гала-концерт бара.

Ул "Беҙ хәтерләйбеҙ!" тип атала. Әлеге минуттарҙа Шайморатов миҙалы тапшырыла.
7 viewsСария Рамазанова, 14:28
Ашу / Түсініктеме
2023-05-09 16:11:48
21 расчет, более 1500 человек, боевая техника, вертолёты и самолеты - таким был сегодня наш парад в Уфе. Мы приняли решение проводить такие парады каждый год и слово держим.

По проспекту Октября прошли военнослужащие Уфимского территориального гарнизона, сотрудники учреждений силовых структур, дислоцирующихся в Уфе, ветераны боевых действий и военной службы, курсанты и кадеты учебных заведений Башкортостана.

В этом году День Победы проходит по-особому. Мы живем в переломную эпоху, и в этом празднике сегодняшние наши военнослужащие черпают силы для будущих побед.

Низкий поклон нашим ветеранам и тем, кто, продолжая славные ратные традиции героических предков, сегодня защищает Отечество, решает задачи специальной военной операции.

Вечная слава героям! Всех – с Днём Победы!
95 views , 13:11
Ашу / Түсініктеме
2023-05-09 15:15:34
Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү парадынан күренештәр.

Унда 8 меңгә яҡын хәрби ҡатнашты. Быйыл механизацияланған колоннала башлыса тәгәрмәсле техника ғына ине. Техника парадын Т-34 танкы асты. Ҡыҙыл майҙандан бронеавтомобиль, ПВО С-400 системаһы составынан установкалар, БТР-82А бронетранспортеры, "Искандер-М" оператив-тактик ракета һәм "Ярс" ракета комплексы установкалары "Бумеранг" БТР-ҙары үтте. Шулай уҡ парадта өр-яңы "Спартак" и 3-СТС "Ахмат" бронемашиналары ла ҡатнашты.

Фото: KP.RU
37 views , 12:15
Ашу / Түсініктеме
2023-05-09 14:45:31
Тыңлаусыбыҙ Ләйсән Толомбаева:

Ейәнсура районы Саҙалы ауылында матур йола бар. Йыл да бында Еңеү көнөнә арналған волейбол ярышы уҙа. Турнирҙы ойоштороу эшен ауылда йәшәүсе ғаиләләр йыл да алмашлап башҡара.

Быйылғы ярышты Ишмөхәмәтовтар үткәрҙе. Олоһо ла, кесеһе лә ярыштарҙа бик теләп ҡатнашты, бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы. Байрам һуңында барыһын да мул һыйлы өҫтәл көтә ине.

Саҙалыла волейбол ярыштары 60 йылдан ашыу үтә.
89 views , 11:45
Ашу / Түсініктеме
2023-05-09 14:15:31
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында бөгөн “Ат уйнатып алдан бара” спектаклен күрһәтә.

Тарих биттәрендә алтын хәрефтәр менән яҙылған башҡорт атлы дивизияһы һалдаттарының, Рәсәй геройы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың батырлыҡтарын сағылдырған спектакль матур сағыу, алыш алымдарын индергән хәрби-патриотик бейеүҙәр, рухлы йырҙар, хисле шиғырҙар менән байытылған.
110 views , edited  11:15
Ашу / Түсініктеме
2023-05-09 13:45:05
Башҡортостан яҙыусылары Өфөлә ерләнгән фронтовик әҙиптәрҙең ҡәберенә сәскә һалды.

Республиканан Бөйөк Ватан һуғышына 70-тән ашыу яҙыусы ҡатнаша. Шуларҙың 18-е яу яланынан кире әйләнеп ҡайтмай. Иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡандары илде аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнаша, яңы әҫәрҙәр ижад итә.

Бөгөн Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир журналистарҙы ла иҫкә алдылар. Матбуғат йортонда уларҙың исеме ҡайып яҙылған мемориаль таҡтаташҡа сәскә һалыу тантанаһы үтте. Унда Башҡортостандың Журналистар союзы ағзалары, “Республика Башҡортостан” нәшриәт йорто етәкселеге, мөхәррирҙәр, журналистика ветерандары, журналистар һәм балалар ҡатнашты.
57 views , 10:45
Ашу / Түсініктеме
2023-05-09 11:34:52
Өфөлә Еңеү парады.

Октябрь проспектында хәрбиҙәр һәм хәрби техника парады Еңеү көнөнөң төп сараһы булды. Смотрҙа 21 парад иҫәбе, уның составында – Өфө территориаль гарнизонының 1,5 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәре, хәрби хәрәкәт ветерандары, курсанттар һәм кадеттар.

Быйыл беренсе тапҡыр Октябрь проспекты буйлап махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм диңгеҙ пехотасыларының кадет кластары, артабан Бөйөк Ватан һуғышы заманындағы хәрби техниканан һәм хәҙерге хәрби машиналарҙан механизацияланған колоннаһы үтте.
62 viewsСария Рамазанова, 08:34
Ашу / Түсініктеме
2023-05-09 10:34:21
Республика Башлығы Радий Хәбиров
Өфөлә Совет майҙанында генерал-майор, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә һәм Еңеү паркында Александр Матросов һәм Миңләғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәленә сәскәләр һалды.

Фото: "Башинформ".
58 views , 07:34
Ашу / Түсініктеме
2023-05-09 09:10:28
Радий Хәбиров республика халҡын Еңеү көнө менән ҡотланы:

"Хөрмәтле иптәштәр! Ҡәҙерле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре!
Һеҙҙе ихлас күңелдән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығы менән ҡотлайым!

1945 йылдың 9 майы – барыбыҙ өсөн дә изге көн, илебеҙҙе һәм донъяны фашизмдан һаҡлаған совет халҡының ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ байрамы. Беҙ Тыуған ил хаҡына ғүмерен биргән яугирҙәр алдында баш эйәбеҙ. Ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш осоро балаларына ҡаҡшамаҫ рух көсө, ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.

Бөгөн Рәсәйҙең батыр улдары, ата-бабаларыбыҙҙың хәрби данына тоғро ысын патриоттар Еңеү байрағы аҫтында йәнә ил һағына баҫты. Бөтә донъя менән фашизмды тар-мар итеү көнөн яҡынайтабыҙ. “Беҙҙең эш уң! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” икәнен беләбеҙ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рухи күтәренкелек һәм изгелек теләйем!
Бөйөк Еңеү көнө менән!"
26 views , 06:10
Ашу / Түсініктеме
2023-05-09 08:45:25
Хәүефһеҙлек маҡсатында “Үлемһеҙ полк” акцияһын ойоштороусылар быйыл марштан баш татты, ул башҡа форматтарҙа үткәрелә. Ә бына бар донъяла киң таралған Майнкрафт уйынында ул күнелгән форматта уҙҙы.

Геймерҙар һуғышта ҡатнашҡан яҡындары фотоһүрәттәре менән виртуаль “Үлемһеҙ полк” ойошторған, уйында үҙҙәренең ветерандары тураһында һөйләгән. Еңеү Парадын киләһе йыл да уҙғарабыҙ, тигәндәр.
58 views , 05:45
Ашу / Түсініктеме