Get Mystery Box with random crypto!

ЮЛДАШ радиоһы

Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы Ю
Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы
Арна мекенжайы: @radiouldash
Санаттар: Жаңалықтар
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 1.80K

Ratings & Reviews

2.67

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

1

3 stars

1

2 stars

0

1 stars

1


Соңғы хабарлар

2023-06-12 09:10:59
Ҡала көнөнә иң ҙур ҡыҫтыбый һәм өсбосмаҡ әҙерләнә.

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙан аш-һыу бүлмәһенә әйләнә. Ҡыҫтыбый өсөн 20 килограмм картуф иҙмәһе һәм 2 метр ҙурлыҡтағы ҡамыр йәймәһе ҡулланыла. Өсбосмаҡ ҙурлығы һәр яҡтан 1 метрҙан ашыу булмаҡсы. Ойоштороусылар милли ризыҡтар бешереп рекорд ҡуйырға ниәтләй.
79 viewsСария Рамазанова, 06:10
Ашу / Түсініктеме
2023-06-12 08:16:12
Өфөлә байкерҙар флешмоб уҙғара.

Сара Рәсәй көнөнә бағышлана, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Флешмоб Яҡутов исемендәге паркта була. Акцияла ҡатнашыусы мотоцикл хужалары 11:00 сәғәттә йыйыла.
73 viewsСария Рамазанова, 05:16
Ашу / Түсініктеме
2023-06-12 07:53:17
Юғалтыу.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин арабыҙҙан китте.
Уға 48 йәш ине.

Хәким Мортазин 1975 йылдың 14 мартында Ейәнсура районы Яңыбай ауылында тыуған. 1996 йылда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 1997 йылдан алып Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. 26 йыл эсендә Хәким Фәрит улы сәхнәлә бихисап ролдәр башҡара, "БСТ”, “Тамыр” телеканалдары ижад иткән фильмдарҙа төшә. 2010 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

“Юлдаш” радиоһы мәрхүмдең ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Сабырлыҡ теләйбеҙ.
57 viewsСария Рамазанова, edited  04:53
Ашу / Түсініктеме
2023-06-12 07:10:25
Тау башында балҡый бер ҡала, ул ҡала Өфө тип атала...

Бөгөн баш ҡалабыҙҙың тыуған көнө. Күптәрҙең йәшлек йылдары, хәтирәләре, иҫтәлектәре тап Өфө менән бәйле. Ысынлап та, яратҡан ҡалабыҙҙы данлап күпме йырҙар көйгә һалынған, шиғыр яҙылған...

Һеҙҙең Өфө, һеҙҙең иҫтәлектәр, ҡалалағы иң яратҡан урындар.

Комментарийҙа фотоһүрәттәр менән уртаҡлашығыҙ.
132 viewsСария Рамазанова, 04:10
Ашу / Түсініктеме
2023-06-12 05:10:14
Бөгөн - Рәсәй көнө.

Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын! Хәйерле иртә, юлдаштар!
208 viewsСария Рамазанова, 02:10
Ашу / Түсініктеме
2023-06-11 19:01:37
Иртәгә Яҡутов паркына килегеҙ!!!

Һеҙҙе шәп тамаша көтә. Инеү бушлай.

Яратҡан алып барыусыларығыҙ менән осрашып, моңло йырҙар тыңлап, уйындар уйнап, бүләктәр отоп, ял итеп ҡайтығыҙ !
Башлана 20 :00 сәғәттә.
338 viewsСария Рамазанова, 16:01
Ашу / Түсініктеме
2023-06-11 17:33:06
Ҡасан? Ҡайҙа?

12 июнь баш ҡалала Рәсәй һәм Өфө көнө уңайынан күп төрлө саралар үтә.

Барлыҡ майҙансыҡтар менән фотоһүрәттә таныша алаһығыҙ.
347 viewsСария Рамазанова, 14:33
Ашу / Түсініктеме
2023-06-11 15:11:25
Иртәгә Өфөлә үҙәк урамдар ябыла.

Рәсәй һәм Ҡала көнө уңайынан байрам ойошторола. Ленин, Чернышевский, Мостай Кәрим урамдары, Октябрь проспектының өлөштәренән машиналар үтә алмай. Йәмәғәт транспорты йөрөшөндә үҙгәрештәр була. Юлға сығыусыларҙы ябыласаҡ урамдар исемлеге менән алдан танышырға саҡыралар. Өфө һәм Рәсәй көнө концерттар, спорт ярыштары һәм фейерверк менән билдәләнә.
341 viewsСария Рамазанова, 12:11
Ашу / Түсініктеме
2023-06-11 14:04:06
Яңы китап!

"Бер ғүмер етмәй икән..." Сая Фәнис Хөсәйенов хаҡында күренекле яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың китабы донъя күрҙе.
339 viewsСария Рамазанова, 11:04
Ашу / Түсініктеме
2023-06-11 13:11:18 Ҡалтасы районында Кейебәк йылғаһы аша күпер ябылды.

Республика дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, унда ремонт бара. Был урынды Яңы Килбаҡты, Ишбулды ауылдары аша урап үтергә мөмкин.
344 viewsСария Рамазанова, 10:11
Ашу / Түсініктеме