Get Mystery Box with random crypto!

ЮЛДАШ радиоһы

Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы Ю
Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы
Арна мекенжайы: @radiouldash
Санаттар: Жаңалықтар
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 1.80K

Ratings & Reviews

2.67

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

1

3 stars

1

2 stars

0

1 stars

1


Соңғы хабарлар 6

2023-05-10 14:33:59
Әлшәйҙә Рәсәй Геройы Алмас Сафинға бюст асылған.

Скульптура Раевка ауылында “Ватан-Әсә” мемориалы янына ҡуйылған. Алмас Сафин быйыл ғинуарҙа махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк була.
101 viewsСария Рамазанова, edited  11:33
Ашу / Түсініктеме
2023-05-10 12:37:01
Мәләүездә шаурма һатҡан кибет ябылды.

14 кеше шаурма ашап ағыуланған, әле улар дауаханала. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, предприятие эшендә күп етешһеҙлектәр асыҡланған, хеҙмәткәрҙәр медицина тикшеренеүе лә үтмәгән.
87 viewsСария Рамазанова, 09:37
Ашу / Түсініктеме
2023-05-10 11:16:09 Башҡортостанда дрон осорорға теләүселәр рөхсәт алырға тейеш була.

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала Указға ҡул ҡуйҙы. Бындай талап хәүефһеҙлек өсөн кәрәк. Рәсәйҙә пилотһыҙ осоу аппараттарын террор ғәмәле өсөн ҡулланыу осраҡтары бар. Дрон осороуға рөхсәт Республика оператив штабы янындағы махсус булдырылған төркөм ҡарары менән генә бирелә.
97 viewsСария Рамазанова, 08:16
Ашу / Түсініктеме
2023-05-10 10:19:01
Тормошта олоғайған көндәрендә бала бағыусылар йыш осрай.

Актер Роберт Де Ниро етенсегә атай булған, тиҙәр. Уға 79 йәш.
97 viewsСария Рамазанова, edited  07:19
Ашу / Түсініктеме
2023-05-10 09:15:50
Ваҡытлыса эҫе һыу булмай.

Бөгөндән Башҡортостанда ҡайһы бер йорттарға эҫе һыу биреү туҡтатылып тора. Был осорҙа йылытыу ҡоролмалары ремонтлана, системаның төҙөклөгө тикшерелә.

БашРТС ҡалалар өсөн эш теҙмәһен билдәләне. Уны компания сайтында ҡарарға мөмкин. Өфөлә иртәгә ҡайһы бер йорттарҙа эҫе һәм һалҡын һыу һүндерелә.
20 viewsСария Рамазанова, 06:15
Ашу / Түсініктеме
2023-05-10 09:15:15 Мәктәптәрҙә тағы эвакуация...

Бөгөн иртә менән Өфөнөң №35, №41, №97, №106, №117, №127 мәктәбендә барлыҡ кешене сығарғандар.

Эвакуация сәбәбе асыҡлана.
21 viewsСария Рамазанова, 06:15
Ашу / Түсініктеме
2023-05-10 08:10:53
Өфөнөң Еңеү паркында Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл ҡуйыу ҡарала.

Бынан 78 йыл элек яҡташыбыҙ тәүгеләрҙән булып Берлинда Рейхстаг бинаһына Ҡыҙыл байраҡ беркетә.

1945 йылдың 30 апрелендә 22:40 сәғәттә гвардия капитаны Владимир Маков етәкселегендәге артиллерия разведчиктары: өлкән сержанттар Ғәзи Заһитов, Александр Лисименко, Алексей Бобров һәм сержант Михаил Минин байраҡты беркетә.
117 viewsСария Рамазанова, 05:10
Ашу / Түсініктеме
2023-05-10 07:19:56
Сәләмдәрегеҙҙе яҙығыҙ
85 viewsАйбулат Сәсәнбаев, 04:19
Ашу / Түсініктеме
2023-05-09 21:22:35
Еребеҙҙә байрам салюты шартлауҙары ғына яңғыраһын. Аяҙ көндәр, тыныс төндәр!
25 viewsСария Рамазанова, 18:22
Ашу / Түсініктеме
2023-05-09 18:51:09
Ил хәтере – мәңгелек.

Иван Яҡутов исемендәге парк. Мәңгелек ут.
114 views , 15:51
Ашу / Түсініктеме