Get Mystery Box with random crypto!

ЮЛДАШ радиоһы

Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы Ю
Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы
Арна мекенжайы: @radiouldash
Санаттар: Жаңалықтар
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 1.80K

Ratings & Reviews

2.67

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

1

3 stars

1

2 stars

0

1 stars

1


Соңғы хабарлар 5

2023-05-11 12:11:47
Республикала янғында өс кешенең ғүмере өҙөлгән.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет районы Инйәр ауылында ике ағас йорт, ике һарай, утынлыҡ, трактор, ҡаралты янған. Утты һүндергәндә оло йәштәге ике кешенең кәүҙәһе табылған.

Благовещен районы Иҙәк ауылында ике мунса янған. Ваҡиғала бер ҡатын үлгән. Янғын сәбәптәре асыҡлана.
65 views , 09:11
Ашу / Түсініктеме
2023-05-11 10:07:56
“Уңайлы мөхит” программаһы 2029 йылға тиклем оҙайтыла.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. Программа инвалидтарға уңайлыҡтар булдырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, быйыл 500-ҙән ашыу объектта мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн төрлө уңайлыҡтар булдырыла. Бының өсөн 120 миллион һум бүленә.
179 views , 07:07
Ашу / Түсініктеме
2023-05-11 08:59:59 Президент Владимир Путин хәрби йыйынға саҡырыу буйынса указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, запаста булған граждандар өсөн Ҡораллы көстәр сафында күнекмәләр үткәрелә. Армияла булғандар Милли гвардия ғәскәрҙәре, дәүләт һағы һәм Федераль именлек хеҙмәте органдарына саҡырыла. Төбәктәр етәкселегенә хәрби йыйынға бәйле сараларҙы ойоштороу бурысы ҡуйылған.
68 views , edited  05:59
Ашу / Түсініктеме
2023-05-11 08:15:27
Сибай ҡалаһында күренекле яҙыусы Наил Ғәйетбаевтың "Йән" китабының исем туйы үтә.

Наил Ғәйетбаев башҡорт әҙәбиәтендә төрлө жанрҙарҙа ижад итеүесе, сәнғәт өлкәһендә сәхнә әҫәрҙәре авторы булараҡ киң билдәле яҙыусы, драматург.

Быйыл әҙиптең юбилей йылы, ғүмер байрамына бәйле саралар тыуған төйәге Сибайҙа уның ижадын һөйөүселәр менән осрашыуҙан башлана.
125 views , 05:15
Ашу / Түсініктеме
2023-05-11 06:39:33
Сәләмәт булығыҙ! Хәйерле иртә!

Башҡортостанда “Сәләмәтлек поездары” эшен дауам итә. Өфө табиптары 6 йүнәлеш буйынса юлға сыға. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында терапевт, хирург, онколог, кардиолог, теш табибы һәм башҡа белгестәр халыҡты ҡабул итә. Бөгөн табиптар Учалы районының Ураҙ ауылында, Дыуандың Ләмәҙ, Ҡариҙелдең Сиҙәш, Шарандың Иҫке Томбағош, Ғафуриҙың Мораҡ, Шишмәнең Шөңгәккүл ауылдарында эшләй.

Уларҙың халыҡты ҡабул итеү тәртибе менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
110 views , edited  03:39
Ашу / Түсініктеме
2023-05-10 19:03:06
Башҡортостанда талпан ҡаҙалыу осраҡтары арта.

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, медицина учреждениеларына 1600 кеше мөрәжәғәт иткән. Республикала әле энцефалит сирлеләр теркәлмәгән. Йыл башынан 30 меңгә яҡын прививка эшләнгән. Быйыл бөтәһе 36 мең кешене вакциналау планлаштырыла.

Тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡ булығыҙ!
49 viewsСария Рамазанова, 16:03
Ашу / Түсініктеме
2023-05-10 17:29:06
Өсөнсө “Яҡташлыҡ көсө” республика форумы “Шүлгәнташ” музейы биләмәһендә үтә.

Бөгөн Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. “Атайсал” проекты ҙур хәрәкәткә әйләнде. Унда ил төбәктәрендә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа әүҙем ҡатнаша. “Йыйынға әҙерлекте башларға кәрәк”, - тине республика етәксеһе.
75 viewsСария Рамазанова, 14:29
Ашу / Түсініктеме
2023-05-10 17:06:16 Башҡортостанда быйыл йәй 148 пляж асыла.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, әле 46 район һәм ҡала һыу буйында ял итеү урындарын аныҡлап сыҡҡан. Ҡайһы бер төбәктәрҙә быйыл рәсми пляждар булдырырға йыйынмайҙар. Өфөлә 1 июндән 10 ҡомлоҡ эшләй башлай. Бындай урындар махсус йыһазландырыла һәм ҡотҡарыусылар даими һаҡта була.
25 viewsСария Рамазанова, 14:06
Ашу / Түсініктеме
2023-05-10 15:58:54
Башҡортостанда "Минең баҡсам" рәсми телеграмм каналы эшләй башланы.

Б
аҡсасыларға дәүләт ярҙамы төрҙәре , уларҙы хәл итеү мәсьәләләре өсөн булдырылған телеграмма каналына https://t.me/SNTRB һылтанма буйынса инергә мөмкин.
16 viewsСария Рамазанова, 12:58
Ашу / Түсініктеме
2023-05-10 15:46:21
Родион Әмиров юлаевсылар менән килешеүен оҙайтты.

“Салауат Юлаев” клубынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы контракт бер йылға иҫәпләнгән. Йәш һөжүмсене Милли хоккей лигаһынан “Торонто” клубы һатып алды. Былтыр 21 йәшлек хоккейсының баш мейеһендә яман шеш асыҡланды. Родион Әмиров Германияла дауаланды. Әле ул реабилитация үтә. Форвард “Салауат Юлаев” командаһы өсөн 2019 йылдан уйнай.
49 viewsСария Рамазанова, 12:46
Ашу / Түсініктеме