Get Mystery Box with random crypto!

ЮЛДАШ радиоһы

Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы Ю
Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы
Арна мекенжайы: @radiouldash
Санаттар: Жаңалықтар
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 1.80K

Ratings & Reviews

2.67

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

1

3 stars

1

2 stars

0

1 stars

1


Соңғы хабарлар 147

2022-10-05 13:50:53
“Салауат Юлаев” хоккейсылары рәттән өс еңеү яуланы.

Юлаевсыларҙың ҡапҡа һаҡсыһы Андрей Кареев өс уйында ла ҡапҡаһына шайба индертмәне. Уҙған аҙнала ул Континенталь лигала “Иң яҡшы ҡапҡасы” номинацияһында еңеүсе тип танылды.

“Салауат Юлаев” киләһе уйынын да үҙ майҙанында үткәрә. Иртәгә Өфөгә Магнитогорскиҙан “Металлург” клубы килә.

#юлдашяңылыҡтары
270 viewsСария Рамазанова, 10:50
Ашу / Түсініктеме
2022-10-05 12:13:53
Бөгөн Уҡытыусылар көнө.

Ул 1965 йылдан үткәрелеп килә. 1994 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән 5 октябрь Бөтә донъя уҡытыусылар көнө тип иғлан ителә.

Иҫтәлекле дата Ер шарының 100-ҙән ашыу илендә дәүләт кимәлендә билдәләнә. Бөгөн уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерелә, бүләктәр бирелә.

Уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу маҡсатында илдә “Педагогҡа рәхмәт әйт!” тигән акция башланды. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Акцияның рәсми сайтында үҙенсәлекле ҡотлау открыткаһы булдырырға һәм уны уҡытыусыға ебәрергә кәрәк.

#юлдашяңылыҡтары
281 viewsСария Рамазанова, 09:13
Ашу / Түсініктеме
2022-10-05 11:01:00
Республика көнөнә “Урал батыр” эпосы буйынса флешмоб иғлан ителде.

12 октябргә тиклем Башҡортостан халыҡтары телдәрендә данлыҡлы дастандан өҙөк уҡып ҡыҫҡа видеояҙма төшөрөргә кәрәк.

Аҙаҡ уны Бәйләнештә социаль селтәрендә #УралБатыр_2022 һәм #ДеньРеспубликиБашкортостан_2022 хештэгтары менән тамғаларға кәрәк. Иң яҡшы видеояҙмалар киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырыла.

#юлдашяңылыҡтары
286 viewsСария Рамазанова, 08:01
Ашу / Түсініктеме
2022-10-05 10:43:37
Рәсәй Ҡораллы көстәр Генераль штабы өлөшләтә мобилизация барышында кисектереүгә дәғүә иткәндәр исемлеген аныҡланы.

Оборона министры Сергей Шойгу кәңәшмә үткәрҙе. Оборона-сәнәғәт, мәғлүмәт технологиялары, элемтә, киң мәғлүмәт саралары, финанс ойошмаларҙа эшләгән ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәргә өлөшләтә мобилизация ҡағылмай.

Сергей Шойгу әйтеүенсә, әле 200 меңдән ашыу егет Ҡораллы көстәр сафына алынған.

#юлдашяңылыҡтары
276 viewsСария Рамазанова, 07:43
Ашу / Түсініктеме
2022-10-05 10:37:17
Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтары менән ултырыш үткәрҙе.

Унда республикала өлөштәлә мобилизацияны ойоштороу, хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре ҡаралды.

Башҡортостан Башлығы муниципалитеттар етәкселәренә хәрби комиссариаттар менән уртаҡ эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров мобилизацияланған егеттәр ғаиләләренә ярҙам итеү бурысын ҡуйҙы.

Республикала Миңлеғәли Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабы булдырылды. Ирекмәндәр бөтә район һәм ҡалаларҙа тәғәйен кешеләргә адреслы ярҙам күрһәтә. Шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге эшләй. Уның телефоны: 8-800-201-89-93.

Башҡортостан Башлығы яҡташтарыбыҙ хәрби әҙерлек үткән урындарҙа уңайлы шарттар булдырырға, Республика көнө уңайынан тантаналы саралар ойошторорға ҡушты. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, артистар һәм ижади коллективтар ҡатнашлығында агитбригадалар булдырылған. Улар хәрби частарҙа концерт ҡуя.

#юлдашяңылыҡтары
285 viewsСария Рамазанова, 07:37
Ашу / Түсініктеме
2022-10-05 10:29:12
Илдә Уҡытыусылар аҙналығы башланды.

Ул 9 октябргә тиклем дауам итә. Аҙналыҡтағы төп сараларҙың береһе – "Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы” федераль конкурсының финал туры. Шулай уҡ “Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе” һәм “Илдең йыл уҡытыусыһы” ярыштары еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы ҡаралған. Улар Мәскәүҙә үтә.

2023 йыл ил Президенты Указы буйынса, "Педагог һәм остаздар йылы" тип иғлан ителде.

#юлдашяңылыҡтары
288 viewsСария Рамазанова, 07:29
Ашу / Түсініктеме
2022-10-05 07:12:51
Сәләмдәрегеҙҙе яҙығыҙ, уҡырбыҙ)
313 viewsЯмиль, 04:12
Ашу / Түсініктеме