Get Mystery Box with random crypto!

ЮЛДАШ радиоһы

Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы Ю
Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы
Арна мекенжайы: @radiouldash
Санаттар: Жаңалықтар
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 1.80K

Ratings & Reviews

2.67

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

1

3 stars

1

2 stars

0

1 stars

1


Соңғы хабарлар 2

2023-06-11 11:50:57
Бөгөн еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй.

Башҡортостанда был тармаҡта 5 меңдән ашыу кеше эшләй, 300-гә яҡын предприятие бар.

Быйыл беренсе кварталда Башҡортостан еңел сәнәғәт предприятиелары 3 миллиард 800 миллион һумлыҡ продукция етештергән, был уҙған йылдың ошо осорондағынан 400 миллион һумға күберәк.

Республика Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотланы. "Еңел сәнәғәт өсөн мөмкинлектәр мәле етте. Көнбайыштың күп брендтары Рәсәй баҙарынан китте, ошоноң менән файҙаланып ҡалырға кәрәк. Беҙ һәр яҡлап ярҙам итербеҙ", - тип яҙа ул социаль селтәрҙә.
359 viewsСария Рамазанова, 08:50
Ашу / Түсініктеме
2023-06-11 11:04:27
Миәкә районының Илсеғол ауылында Керчҡа һәйкәл асылды.

Ауыл халҡы Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, Керчь ҡушаматлы легендар атҡа һәйкәл эшләткән.

Һәйкәлде асыу тантанаһынан күренештәр.
Фотоһүрәт авторы: Азат Ғәлиуллин.
354 viewsСария Рамазанова, 08:04
Ашу / Түсініктеме
2023-05-18 07:50:07
Өфөнән Сочиға ике ҡатлы поезда.

Бар уңайлыҡтары булған заманса поезд 27 майҙа йөрөй башлай. Был хаҡта Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе.

Күсмә составҡа 16 вагон инә. Уларҙа пассажирҙар өсөн душ кабиналары, шәхси сейфтар, һәр купела һауа температураһын көйләгес, мобиль ҡоролмаларҙы зарядлау өсөн розеткалар бар.

Әлегә 600-гә яҡын билет һатылған.
53 views , edited  04:50
Ашу / Түсініктеме
2023-05-18 07:01:16
Бөгөн Халыҡ-ара музейҙар көнө.

Тыуған яҡты өйрәнеү музейына барыуҙы түҙемһеҙлек менән көткән, йәки Лувр һәм Эрмитаждағы раритет экспонаттарҙы ҡарарға ашыҡҡан кешеләрҙең дә был байрамға ҡатнашлығы бар.

Үткәндәр һағында тороусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Ә тыңлаусыларбыҙҙы боронғолоҡҡа йышыраҡ ҡағылырға, тарихты онотмаҫҡа саҡырабыҙ.
107 views , 04:01
Ашу / Түсініктеме
2023-05-18 06:33:11
Мөғжизә юҡ тип әйтеп ҡара!

Сүриәлә ер тетрәүҙән һуң өс ай үткәс(!!!) емереклектәр аҫтынан бер ирҙе сығарғандар. Уны оҙайлы дауаланыу көтә. Табиптар ирҙең тере ҡалыуына ғәжәп итәбеҙ, әлегә хәлде аңлата алмайбыҙ, тигән.

Йырҙағыса, мөғжизәгә ышанып йәшәйек. Хәйерле иртә!
148 views , 03:33
Ашу / Түсініктеме
2023-05-17 16:41:32
Радий Хәбиров Истамбулда яңыртылған башҡорт милли йорто менән таныштырҙы.

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, “Топҡапы” этнография ҡаласығында төрки халыҡтар мәҙәниәте тәҡдим ителгән. Бында милли байрамдар, концерттар үткәрелә, кино күрһәтелә. Көн һайын 800-ҙән ашыу кеше экскурсияға килә.

Башҡортостан вәкиллеге етәкселегендә паркта Башҡорт йорто төҙөкләндерелде, яңы экспонаттар һәм күргәҙмә ҡуйылды.
291 viewsСария Рамазанова, 13:41
Ашу / Түсініктеме
2023-05-17 15:08:06 Өфөлә "Һуңғы ҡыңғарыу" байрамында ҡайһы бер урамдар ябыла.

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 22 майҙан көндөҙ бер сәғәткә Ғафури һәм Зәки Вәлиди урамдарынан өлөшләтә машина менән үтеп булмай. Йәмәғәт транспорты йөрөшө лә үҙгәрә.
319 viewsСария Рамазанова, 12:08
Ашу / Түсініктеме
2023-05-17 14:21:10
Өфөләге "Китап трамвайы".

Ул 5-се һанлы маршрутта Пушкин урамы туҡталышынан Дәүләт циркына тиклем йөрөй. Трамвай эсендә китап кәштәһе лә бар. Шулай уҡ аудикитаптар ҙа тыңлап була.

Әйткәндәй, китап байрамы 26 майҙа башлана, өс көн дауам итә.

Ул Өфөнөң Совет майҙанында ойошторола. Саралар 10:00-22:00 сәғәткә тиклем бара. Йәрминкә барышында китап һатыу, оҫталыҡ дәрестәре, авторҙар менән осрашыуҙар ойошторола, шиғыр һөйләүселәр конкурсы була, иң яҡшы әҫәрҙәр буйынса моноспектаклдәр күрһәтелә.
334 viewsСария Рамазанова, 11:21
Ашу / Түсініктеме
2023-05-17 13:21:39
Башҡортостанда "Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында закон"ға төҙәтмә индерелә.

Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, төп маҡсат - фермер хужалыҡтарына, бәләкәй эшҡыуарҙарға ярҙам итеү. Ер бүлгәндә, район өсөн уртаса иҫәпләнгән күләмдән кәмендә ике гектарға ҡалдырыу көтөлә. Тупраҡта ауыл хужалығы продукцияһын үҫтереүгә тәғәйенләнгән минималь ер майҙанын да шунса итеү башланғысы бар. "Ер еләге үҫтерергә теләгән эшҡыуарға бөгөнгө норма буйынса кәмендә 50 гектар алыу кәрәкмәй, ике гектар ҙа етә", - тине спикер.
317 viewsСария Рамазанова, 10:21
Ашу / Түсініктеме
2023-05-17 13:18:01
Башҡортостанда “Атайсал легендалары“ конкурсы еңеүселәре асыҡланды.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ижади ярышта 120-нән ашыу кеше ҡатнашҡан. Баһалама комиссияһы ағзалары тыуған яҡҡа арналған үҙенсәлекле легенда авторҙарын билдәләгән. Финалға 10 автор сыҡҡан. Уларҙың исемлеге менән “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Атайсал” төркөмөндә танышырға мөмкин.

“Бәйгегә ҡабул ителгән материалдар һәм видеояҙмалар йәнтөйәккә һөйөү менән һуғарылған. Ауыл, тау, йылға атамалары менән бәйле эштәр күп килде. Пион – дөрдөр сәскәһе хаҡында ла риүәйәт ебәреүселәр булды”, - ти ойоштороусылар. Конкурста ҡатнашыусыларға электрон сертификаттар еберелә. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы тураһында өҫтәмә хәбәр ителә.
320 viewsСария Рамазанова, 10:18
Ашу / Түсініктеме