Get Mystery Box with random crypto!

ЮЛДАШ радиоһы

Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы Ю
Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы
Арна мекенжайы: @radiouldash
Санаттар: Жаңалықтар
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 1.80K

Ratings & Reviews

2.67

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

1

3 stars

1

2 stars

0

1 stars

1


Соңғы хабарлар 10

2023-05-07 06:30:21
Бөгөн Рәсәйҙә радио көнө.

Ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа, тоғро "Юлдаш"ығыҙҙы онотмағыҙ. Байрам менән!
62 views , 03:30
Ашу / Түсініктеме
2023-05-06 18:49:06
Ырымбурҙа карусель ҡолаған.

Аттракционда был ваҡытта балалар ҙа, өлкәндәр ҙә булған. Егермегә яҡын кеше дауаханаға оҙатылған, йәрәхәт алыусыларҙың күбеһе - балалар, тип хәбәр итә Lenta. ru
162 views , 15:49
Ашу / Түсініктеме
2023-05-06 17:01:14 Башҡортостан автоинспекцияһы Телеграмда халыҡ менән аралашыу майҙансығын булдырҙы.

Чат-ботта юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен етди боҙоу осраҡтарын хәбәр итергә мөмкин, тип белдерҙе баш автоинспектор Владимир Севастьянов.

Халыҡ полицияға аварияларҙы иҫкәртергә ярҙам итә ала. Бынан тыш, 128 телефон номеры буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу линияһы эшләй.
44 views , 14:01
Ашу / Түсініктеме
2023-05-06 16:01:06
Башҡортостанда ветерандар таксиҙа түләүһеҙ йөрөй ала.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, льгота Бөйөк Ватан һуғышы инвалдитары, концлагерь тотҡондарына ла ҡағыла.

Акция байрам көндәрендә генә түгел, ә йыл дауамында ғәмәлдә. Ветеран айына дүрт тапҡыр такси хеҙмәте менән бушлай файҙалана ала.

Ветерандарға таксиҙа түләүһеҙ йөрөү проект “Яндекс.Такси” компанияһы менән берлектә тормошҡа ашырыла.

Водителде саҡыртыу өсөн 8-800-775-00-14 телефонына шылтыратырға кәрәк.
104 views , 13:01
Ашу / Түсініктеме
2023-05-06 15:00:49
Өфөлә Waikiki магазины асыла.

Ул “Мега” саҙа үҙәгендәге H&M магазины урынында эшләйәсәк.

LC Waikiki – француз-төрөк маркаһы. Бар ғаилә өсөн кейем һәм акссесуарҙар менән сауҙа итеүсе селтәрҙең 54 илдә 1180 магазины бар.
48 views , 12:00
Ашу / Түсініктеме
2023-05-06 14:00:55
Өфөлә ҡатнаш алыш буйынса Рәсәй беренселеге үтә.

Ярышта 18-20 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар сығыш яһай. Турнир Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығы уңайынан ойошторола. Ярышҡа Рәсәй ҡатнаш алыш союзы президенты, күп тапҡырҙар донъя чемпионы Федор Емельяненко ла саҡырылды. Танылған спортсы беҙҙең республикала көрәш спорты үҫешен юғары баһалай: “Һеҙҙә спорт менән шөғөлләнеү өсөн бар шарттар ҙа булдырылған, был бик ҡыуандыра”, - тине ул.

Фотола: Силәбе өлкәһе командаһы Өфөнөң матур урындары менән таныша.
19 views , 11:00
Ашу / Түсініктеме
2023-05-06 13:02:06
Өфөләге "Уралсиб" банкы ҡыйығына быйыл да сапсандар ҡайтҡан.

Был һирәк осрай торған ҡоштар унда 2006 йылдан алып оя ҡора.
Быйыл сапсандар өс бала сығарырға йыйына. Орнитологтар ҡошсоҡтарҙың сығыуы 14-16 май тирәһендә көтөлә, ти.
48 views , 10:02
Ашу / Түсініктеме
2023-05-06 12:31:08
Халыҡ гәүһәрҙәре - “Ашҡаҙар моңдары”нда.

“Ашҡаҙар” радиоһы ойошторған конкурсҡа 26 майға тиклем ғаризалар ҡабул ителә. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған үҙешмәкәр йырсылар бәйгеһе Абдулла Солтанов хөрмәтенә ойошторола. Быйыл мәшһүр халыҡ йырсыһына 95 йәш тула.

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.com/wall-108520876_205215

Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 2-461-482
84 views , 09:31
Ашу / Түсініктеме
2023-05-06 12:01:07
Башҡортостанда пилотһыҙ осҡостар менән ҡулланыу тыйыла.

Республика Башлығы тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Бындай ҡарар именлек һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләренә бәйле ҡабул ителгән.

Пилотһыҙ осҡостарҙы дәүләт власы органдары йәки рөхсәт алғандар ғына файҙалана ала. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә дрондарҙы осороу шулай уҡ тыйылды.
117 views , 09:01
Ашу / Түсініктеме
2023-05-06 11:16:24
Башҡортостан оҫтабикәләре республика картаһын сигеүен дауам итә.

Республика халыҡ ижады үҙәге һәм төрлө райондарҙың ҡул эше оҫталарың уртаҡ проекты “Сигелгән Рәсәй” фестивалендә ҡатнаша. Башҡортостандың сигелгән картаһының презентацияһы иһә 26 майҙа "Китап-байрам" халыҡ-ара йәрминкәһендә була.

Картаның үлсәме - 1,5 х 2 метр. Унда тәбиғәт ҡомартҡылары, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың үҙенcәлекле йолалары сағыла, оҫталар мәрйен, мулине, күн, кейеҙ кеүек материалдар ҡуллана.

Карта беҙҙең төбәктә таралған сигеү алымдары менән танышыу мөмкинлеген дә бирә.

Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге сайтынан.
30 views , 08:16
Ашу / Түсініктеме