Get Mystery Box with random crypto!

Радий Хәбиров МХО зонаһына барып, егеттәребеҙҙең фронттағы көн | ЮЛДАШ радиоһы

Радий Хәбиров МХО зонаһына барып, егеттәребеҙҙең фронттағы көнкүреше менән танышҡан, ҡаһарманлыҡ күрһәткән егеттәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләгән.

– Алғы һыҙыҡта йөрөгән егеттәр менән аралаштым. Улар һәр саҡ минең "Хәлдәр нисек?" тигән һорауыма "Барыһы ла яҡшы" тип яуап ҡайтара. Ошо рәүешле хәҙерге һалдаттарҙа ата-бабаларынан ҡалған күркәм һыҙаттар сағыла.

Башҡортостан Башлығы республиканан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙе Шайморатов генерал миҙалы менән бүләкләне.

"Был республикабыҙҙың хәрби наградаһы үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, илебеҙҙе, кешеләрҙе һәм йәмғиәт тәрбитен һаҡлаған кешеләр өсөн. Әлбиттә, беренсе миҙалды мин яугирҙарға – МХО-ла ҡатнашыусыларға тапшырҙым", - тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.