Get Mystery Box with random crypto!

Башҡортостандан өс ветеран Мәскәүҙең Еңеү парадында ҡатнаша. | ЮЛДАШ радиоһы

Башҡортостандан өс ветеран Мәскәүҙең Еңеү парадында ҡатнаша.

Тамара Казакова, Мөсәйрә Фәтихова һәм Владимир Егоров Мәскәүгә  юлланды.

Тамара Казаковаға – 96 йәш. Ул фронтҡа үҙ теләге менән барған һәм авиация полкында хеҙмәт итә. Смоленск, Белоруссия, Польша, Литва, Көньяҡ Пруссияны азат итеүҙә һәм Кёнигсбергты алыуҙа ҡатнашҡан. Тап унда ветеран Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылаған.

Тамара Казакова менән бергә хәрби тимер юлсы Владимир Егоров һәм Сталинград яуында ҡатнашҡан зенитсы Мөсәйрә Фәтихова Еңеү парадын ҡарай.
Ветерандар өсөн Мәскәүҙә экскурсия ойошторола.