Get Mystery Box with random crypto!

ЮЛДАШ радиоһы

Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы Ю
Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы
Арна мекенжайы: @radiouldash
Санаттар: Жаңалықтар
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 1.80K

Ratings & Reviews

2.67

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

1

3 stars

1

2 stars

0

1 stars

1


Соңғы хабарлар 3

2023-05-17 11:03:37 Магнитогорск-Ира юлы бер нисә сәғәткә ябылды.

Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Баймаҡ районында трассаның 2 километрында хәрәкәт туҡтатылды. Был Төйәләҫ карьерында шартлатыу эштәре менән бәйле.
354 viewsСария Рамазанова, 08:03
Ашу / Түсініктеме
2023-05-17 11:01:13 Өфө китапханалары халыҡты йәйәүле экскурсияларға саҡыра.

Тәүге ошондай сәфәр бөгөн була. Уны 6-сы моделле китапхана ойоштора. Сәфәр "Бекетовтан Мостайға" тип атала. Экскурсияла ҡатнашыу өсөн алдан яҙылырға кәрәк.
352 viewsСария Рамазанова, edited  08:01
Ашу / Түсініктеме
2023-05-17 10:04:01
Башҡортостан тәүге тапҡыр киберспорт буйынса Рәсәй чемпионатын ҡабул итә.

Виртуаль уйын оҫталары "Өфө-Арена"ла сығыш яһай. Тамашасыларға инеү бушлай була.

Кибер ярыштар 20-21 майҙа уҙғарыла.
361 viewsСария Рамазанова, 07:04
Ашу / Түсініктеме
2023-05-17 09:15:56 Өфөлә яңы бассейн төҙөлә.

Проект менән "Инвестиция сәғәте"ндә таныштырҙылар. Ҡала етәкселеге уға хуплау белдерҙе. Бассейн Менделеев урамында булдырыла.
358 viewsСария Рамазанова, 06:15
Ашу / Түсініктеме
2023-05-17 08:51:33
Өфөлә бензин ҡиммәтләнгән.

95-се АТУМдың литры 20 тингә ҡиммәтерәккә һатыла. Башҡа төр яғыулыҡтың хаҡы үҙгәрмәгән.
368 viewsСария Рамазанова, edited  05:51
Ашу / Түсініктеме
2023-05-17 07:15:51
Телеграммаларығыҙҙы һуғығыҙ
405 viewsАйбулат Сәсәнбаев, 04:15
Ашу / Түсініктеме
2023-05-17 07:03:06
17 май – интернеттың тыуған көнө.

“Юлдаш” интернетта ла һеҙҙең менән бергә! Беҙҙе ер шарының бөтә ҡитғаларында ла интернет аша тыңларға мөмкин.

Адресыбыҙ: bash.news нөктә ru
Дуҫтарығыҙҙы, хеҙмәттәштәрегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы "Юлдаш" радиоһының Бәйләнештә (VK), классташтар (Ok) социаль селтәрҙәренә һәм телеграм каналға саҡырығыҙ.

https://t.me/radiouldash
https://ok.ru/dk?st.cmd=altGroupMain&st.groupId=542…

Бында яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр, матур йырҙар һәм фекер уртаҡлашыу мөмкинлеге. Йыр һәм дуҫлыҡ бүлешкәндән арта ғына.

"Юлдаш"ты интернет аша тыңлаусылар бармы?
410 viewsСария Рамазанова, 04:03
Ашу / Түсініктеме
2023-05-17 05:14:06

Беләһегеҙме?

Кеше ҡоштар сығарған тауыш менән генетик яҡтан бәйле, шуға күрә был тәбиғәт көйө уларға оҡшай. Икенсенән, был көйҙәргә эйәреп, бөтә организм да үҙ көйөнә эшләй башлай, тип аңлата ғалимдар.

Һандуғастың өҙөлөп-өҙөлөп һайрауы күңелде күтәрә, ышанысты көсәйтә һәм депрессия­нан дауалай, неврозды, баш ауыртыуын баҫа, барлыҡ органдарҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштерә.

Урман шаулауын, ҡоштар һайрауын тыңларға, таңдың яңы ҡалҡып килгән алһыу ҡояшлы мәлен күҙәтергә яратаһығыҙмы? Яңы көндө ҡоштар моңо менән ҡаршылайыҡ.
433 viewsСария Рамазанова, 02:14
Ашу / Түсініктеме
2023-05-16 18:22:36
Изге ҡарағас илдең иң төп ағасы булырға лайыҡмы?

Баймаҡ районы Бетерә ауылы эргәһендә иҫ киткес ағас үҫә. Был ҡарағас - быуаттар алмашыныуының шаһиты. Ғалимдар иҫбатлауынса, уға 700 йыл. Ағастың бейеклеге 30 метр, әйләнәһе - 6 метрҙан ашыу.

“Изге ҡарағас” өсөн sdrevo.ru сайтында тауыш бирергә мөмкин. Бетерә ҡарағасы 50-се һан аҫтында тора. Тауыш биреү 1 авгусҡа тиклем бара.
465 views , edited  15:22
Ашу / Түсініктеме
2023-05-16 16:31:20 Башҡортостанда янғынға ҡаршы режим оҙайтылды.

Республика Башлығы тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Махсус тәртип ваҡытында урманға инеү сикләнә, усаҡ яғыу, пиротехник саралар ҡулланыу тыйыла.

Режимды боҙған өсөн яуапҡа тарттырыу ҡарала. Ябай халыҡҡа – 20 мең һум, ойошмаларға 800 мең һумға тиклем штраф һалына.
468 views , 13:31
Ашу / Түсініктеме