Get Mystery Box with random crypto!

ЮЛДАШ радиоһы

Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы Ю
Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы
Арна мекенжайы: @radiouldash
Санаттар: Жаңалықтар
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 1.80K

Ratings & Reviews

2.67

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

1

3 stars

1

2 stars

0

1 stars

1


Соңғы хабарлар 4

2023-05-16 16:02:35
Башҡортостан халҡы Төркиәгә йышыраҡ оса ала.

Өфө һәм Истамбул араһында рейстар һаны арттырылды. Red Wings авиакомпанияһы аҙнаһына өс тапҡыр – дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәре осоштар яһай.

Пассажирҙар өсөн Sukhoi Superjet самолеттары тәҡдим ителә. Бынан тыш, йәйге миҙгелдә Антальяға рейстар һаны күберәк була, тип хәбәр итәләр “Өфө” халыҡ-ара аэропортынан.
448 views , 13:02
Ашу / Түсініктеме
2023-05-16 15:30:44 Башҡортостанда алдағы ике йылда 180 ауылға газ үткәрелә.

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә программа үтәлеше менән таныштырҙылар. “Газпром” компанияһы һәм Башҡортостан араһында килешеү төҙөлдө. Программа 27 миллиард һумға баһалана.

“Газпром межрегионгаз Өфө” ойошмаһы генераль директоры Альберт Лоҡманов әйтеүенсә, быйыл Бөрйән, Учалы һәм Күгәрсен райондары ауылдарына “зәңгәр яғыулыҡ” инә.

Республикала Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән социаль газ үткәреү программаһы ла әүҙем эшләй. Бөгөнгә 32 меңдән ашыу йортҡа газ торбаһы һуҙылған.
447 views , 12:30
Ашу / Түсініктеме
2023-05-16 15:15:37
Республикала "Башҡортостан" полкы составында Башҡорт артиллерия дивизионы ойошторолдо.

Ул 112-се (16-сы гвардия Чернигов) Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Мөғин Нагаевтың исеме менән аталды. 18 майҙа артиллерия дивизионы хәрби әҙерлек урынына оҙатыла. Сара 14:00 сәғәттә Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙа.

Артидивизион хаҡында Республика Башлығы Таһир Күсимов исемендәге батальонды оҙатҡанда хаҡында һөйләгәйне.
409 views , edited  12:15
Ашу / Түсініктеме
2023-05-16 14:45:30
Башҡортостанда республика программаһы буйынса юлдарҙы ремонтлай башланылар.

Был хаҡта БР башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙған. Ремонт ике районда башланды. Асҡында Яугилде – Щучье озеро юлына ҡом-таш түшәлә, Бәләбәйҙә Глуховская – Знаменка трассаһына асфальт һалына.

Быйыл программаға ярашлы 16 районда 181 километр юл тәртипкә килтерелә.
399 views , 11:45
Ашу / Түсініктеме
2023-05-11 18:40:01
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын финанс мутлашыусыларҙан яҡлау маҡсатында 18 майҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн финанс грамоталыҡ» темаһына вебинар үткәрә.

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://t.me/anlatabiz102/2839
61 views , 15:40
Ашу / Түсініктеме
2023-05-11 16:17:13 22 майҙа Башҡортостанда хәмер һатылмай.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы менән бәйле. 9-сы һәм 11-се кластар өсөн бер көн билдәләнде. Шулай уҡ тиҙҙән сәсеү тамамлана. Һабантуйҙар ваҡытында ла хәмер һатыу тыйыла.
56 views , 13:17
Ашу / Түсініктеме
2023-05-11 15:45:42
Башҡортостанда талпандан зыян күреүселәр арта.

Бөгөнгә 2 мең 673 кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был уҙған йылдарҙағынан күберәк. Талпан хәүефле сир йоҡтороуы ихтимал. Быйыл Республикала 36 мең кешегә энцефалиттан прививка яһау көтөлә.
106 views , 12:45
Ашу / Түсініктеме
2023-05-11 15:02:06
Өфөлә Аксаков баҡсаһына инеү урыны үҙгәртелә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Пушкин урамы яғынан булған иҫке арканы ошондай уҡ яңыһына алмаштыралар. Республика етәксеһе әйтеүенсә, паркка төп инеү урыны кешеләр өсөн хәүефле булыуы ихтимал.

Паркты тәртипкә килтереү апрель уртаһында башланды. Яңыртылған баҡсаны сентябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.

Фото: ҡала мэры Ратмир Мәүлиевтың телеграм-каналынан.
9 views , 12:02
Ашу / Түсініктеме
2023-05-11 14:14:36
Волга буйы федераль округы төбәктәрендә ҡош киҙеүе таралған.

Сирҙең Башҡортостанға ла үтеп инеүе ихтимал. Беҙ һаҡлыҡ саралары күрәбеҙ”, - тип белдерҙе республика Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин.

Башҡортостандың Ветеринария идаралығында “ҡыҙыу линия” эшләй: 8-800-77-55-828
40 views , edited  11:14
Ашу / Түсініктеме
2023-05-11 12:45:40 Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 10 процентҡа артҡан.

Беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов Астанала халыҡ-ара машиналар төҙөү форумында ҡатнашты. Республика

Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, Ҡаҙағстанға беҙҙең республиканан химия сәнәғәте тауарҙары, металдар, ағас, аҙыҡ-түлек оҙатыла. Быйыл октябрҙә һәм ноябрҙә күрше дәүләткә бизнес сәфәр ойошторола. Ҡаҙағстан магазиндарында “Башҡортостанда эшләнгән” тигән тамға менән тауарҙар һатыу мәсьәләһе өйрәнелә.
166 views , 09:45
Ашу / Түсініктеме