Get Mystery Box with random crypto!

Аҡ –ҡаралы юлдар һәм кәртәләр, Боролоштар осрап торалар. Тор | Һин. Шиғыр. Донъя.


Аҡ –ҡаралы юлдар һәм кәртәләр,
Боролоштар осрап торалар.
Тормош юлы – иң ҡатмарлы юлдыр,
Күтәрелеү..
Тағы ҡолауҙар...

Күҙ йәштәре аша үтеп китә
Яҙмыштың иң ауыр мәлдәре.
Бер ҡыуаныс бар донъяны ялмай,
Оноттороп ауыр саҡтарҙы.

Бәхет һәм шатлыҡҡа өлгәшеүгә
Һынау аша ғына юл барҙыр.
Ҡояшты ла күрер өсөн юлдар
Тик ҡара төн аша яталыр.

#НәркәсҠәйепҡолова

https://t.me/shigridonja