Get Mystery Box with random crypto!

Яратҡандар яратыуға мохтаж, Яратҡандар мохтаж яҡлауға, Яратҡан | Һин. Шиғыр. Донъя.


Яратҡандар яратыуға мохтаж,
Яратҡандар мохтаж яҡлауға,
Яратҡанды рәнйетеүе еңел,
Яратҡанды кәрәк һаҡларға.

Күпме кеше тирә-яғыбыҙҙа-
Яратҡандар ғына һанаулы,
Былай ҙа бит инде күңелебеҙ
Бөтөн түгел - йыртыҡ-ямаулы…

Был донъяла беҙҙе яратҡандар
Бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Ҡалдырмайыҡ инде хәтерҙәрҙе,
Ҡалманы бит инде ямарлыҡ.

Яратҡандар ғына яралана,
Яратмаған өсөн яра юҡ,
Шуныһы йәл: беҙҙе яратҡанды
Үҙебеҙҙән һаҡлар сара юҡ…

#ФирүзәАбдуллина

https://t.me/shigridonja