Get Mystery Box with random crypto!

Һандуғастан бәхетле ҡош юҡтыр, Ул төшмәй шағирҙар теленән... | Һин. Шиғыр. Донъя.



Һандуғастан бәхетле ҡош юҡтыр,
Ул төшмәй шағирҙар теленән...
Бер шигем бар: ҡошто данлаусылар
Күрә микән уны ғүмерендә?!
Юҡтыр, юҡтыр...
Бары сихри моңдар
Биләй шашҡындарҙың хистәрен.
Ә кем шағирҙарға ғүмер биргән,
Татлы йыр йырлаған кистәрен?
Ул бит – әсә,
Барлыҡ үҙ ғүмерен,
Тойғоларын биргән балаға!
Мәшһүрләйек, дуҫтар, әсә телен,
Ҡошто маҡтағанда таңдарҙа...

#БаязитБикбай

https://t.me/shigridonja