Get Mystery Box with random crypto!

ЮЛДАШ радиоһы

Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы Ю
Telegram арнасының логотипі radiouldash — ЮЛДАШ радиоһы
Арна мекенжайы: @radiouldash
Санаттар: Жаңалықтар
Тіл: қазақ
Жазылушылар: 1.80K

Ratings & Reviews

2.67

3 reviews

Reviews can be left only by registered users. All reviews are moderated by admins.

5 stars

0

4 stars

1

3 stars

1

2 stars

0

1 stars

1


Соңғы хабарлар 145

2022-10-07 11:37:58
Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путинға 70 йәш.

Ил Башлығы бер нисә тапҡыр Башҡортостанда булды. 2021 йылда ул Әбйәлил районында завод асыу тантанаһында ҡатнашты. Унда Владимир Путин башҡорт балын яратыуы хаҡында әйтте. “Камераға ҡарап белдерәм. Был бик яҡшы продукт. Тәмләп ҡараным. Бик ҡәнәғәтмен. Бөтәһенә лә тәҡдим итәм”, - тине президент.

#юлдашяңылыҡтары
241 viewsСария Рамазанова, 08:37
Ашу / Түсініктеме
2022-10-07 11:36:24
Мобилизация өйләнешеүгә кәртә түгел.

Уҡытыу үҙәгендә яңы ғаилә теркәлгән. Нәфис һәм Ләйсән Октябрьский ҡалаһынан. Егет өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм Һарытауға оҙатыла. Йәштәр өйләнешеп өлгөрмәй. Ләйсән яратҡан егете янына килә. Һарытау ЗАГС-ы уларҙың законлы никахын теркәй.

Октябрьский ҡалаһы мэры Алексей Шмелев ошондай мөхәббәт тарихы менән уртаҡлашҡан. “Ике йәш йөрәккә ҡауышырға ярҙам иттек. Кәләшкә барып ҡайтыуға автомобиль бирелде. Нәфискә хәрби хеҙмәтен намыҫлы үтәүен теләйем. Еңеү менән ҡайтыуына ышанам. Тормош иптәшен көткән Ләйсәнгә даими ярҙам итәсәкбеҙ”, - тип белдергән Октябрьский ҡала хакимиәте башлығы.

Мобилизацияланған ир-егеттәр ЗАГС-ҡа мөрәжәғәт иткән көндә үк никахын теркәй ала. Бының өсөн хәрби комиссариаттан белешмә килтерергә кәрәк.

#юлдашяңылыҡтары
238 viewsСария Рамазанова, 08:36
Ашу / Түсініктеме
2022-10-07 09:29:08
Республикала капиталь ремонт өсөн түләү ҡағыҙҙарын электрон форматта алырға була.

Хәҙер төҙөкләндереү өсөн иғәнәне өйҙән сыҡмайынса ла түләргә мөмкин. Күп фатирлы йортта йәшәүселәр түләү документын алыу ысулын үҙгәртә ала. Бының өсөн Төбәк операторына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Уны рәсми сайтта ла ҡалдырырға мөмкин. Квитанция электрон форматҡа күсерелгәндән һуң, ҡағыҙ ебәреү туҡтатыла.

#юлдашяңылыҡтары
253 viewsСария Рамазанова, 06:29
Ашу / Түсініктеме
2022-10-07 08:27:03
Башҡортостанда "Арктика"ны көтәләр.

8 октябрҙә Өфөгә ""Арктика"ла каникулдар" тигән тәгәрмәсле музей килә. Ул Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсылар музейы алдындағы майҙанда туҡтала. Ике ҡатлы махсус йыһазландырылған автобуста арктикаға бағышланған экспозициялар тәҡдим ителә.

Мультимедия музейы Өфөлә ике көн була.

#юлдашяңылыҡтары
264 viewsСария Рамазанова, 05:27
Ашу / Түсініктеме
2022-10-07 08:20:51
Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша һалым түләүҙә ташлама бөтөрөлә.

Яңы норма киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә, - тип хәбәр итәләр Федераль финанс министрлығынан.

Әле һалымды дәүләт хеҙмәттәре порталы аша түләүселәргә 30 процент ташлама ҡаралған.

#юлдашяңылыҡтары
258 viewsСария Рамазанова, 05:20
Ашу / Түсініктеме
2022-10-07 08:15:36
Өфөләге Совет майҙанында генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла.

Ул майҙанға килтерелгән, тиҙҙән постаментҡа күтәрелә. Асыу тантанаһы 11 октябрҙә, Республика көнөндә була.

Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә конкурс асыҡ форматта үтте, унда скульптор Салауат Щербаков проекты еңеп сыҡты.

#юлдашяңылыҡтары
260 viewsСария Рамазанова, 05:15
Ашу / Түсініктеме
2022-10-07 08:08:09
Мобилизация буйынса Ҡораллы көстәргә алыныусылар форма менән тулыһынса тәьмин ителергә тейеш.

Үҙ аҡсаһына кейенеүҙе талап итеү законға ҡаршы килә. Ундай осраҡта граждандарға хәрби комиссариатҡа, йә хәрби часть командарина хәбәр итергә кәрәк.

Был турала "Аңлатабыҙ. РФ" порталы хәбәр итә. Социаль селтәрҙә мобилизация буйынса саҡырылғандарҙың яҡындары бөтә кәрәк-яраҡты үҙҙәре һатып алыуы тураһында хәбәрҙәр таралған.

#юлдашяңылыҡтары
265 viewsСария Рамазанова, 05:08
Ашу / Түсініктеме
2022-10-07 07:16:49
Сәләмдәрегеҙҙе яҙығыҙ
294 viewsЯмиль, 04:16
Ашу / Түсініктеме
2022-10-06 20:20:49
Мобилизацияланған граждандарға посылкаларҙы нисек тапшырырға?

– Башҡортостанда посылкалар ҡабул итеү һәм оҙатыу пункттары:
https://vk.cc/chaeaW

– Өфөлә ҡабул итеү урындары ошонда ҡарағыҙ

Посылканы нисек йыйырға:
- мобилизацияланған кешенең исем-шәрифен
- уны оҙатыу көнөн
- телефон номерын күрһәтергә
- посылка яҡшы төрөлгән, әммә мисәтләнмәгән булырға тейеш.

Түбәндәгеләрҙе тапшырырға мөмкин:
- термокейем
- бирсәткәләр
- шапкалар
- йоҡо өсөн тоҡтар
- ямғырҙан һаҡлаусы плащтар
- фонарҙәр
-шәхси гигиена әйберҙәре
-дарыуҙар - фабрика төргәгендә
- аҙыҡ-түлек - оҙайлы һаҡлау өсөн тәғәйенләнгәндәре
- тиҙ боҙолоусан аҙыҡ-түлек, быяла һауыт-һаба һәм алкоголь оҙатыу тыйыла.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
103 viewsСария Рамазанова, 17:20
Ашу / Түсініктеме
2022-10-06 13:15:10
Башҡортостанда депутаттар армия кейеменә хаҡ артыу сәбәпле монополияға ҡаршы хеҙмәткә мөрәжәғәт итте.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡтан ялыуҙар күп килгән. Һуңғы аҙналарҙа махсус кейем, хәрби йыһаз һәм дарыуҙар ҡиммәтләнгән. Бындай күренеш өлөшләтә мобилизация менән аңлатыла. Шуға депутаттар хаҡ артыуын тикшереү өсөн Башҡортостан буйынса Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә рәсми хат ебәргән. Яҡын арала Сауҙа һәм хеҙмәт министрлығы менән эшсе кәңәшмә үткәрелә. Унда сауҙа ойошмалары вәкилдәрен дә саҡырыу ҡарала.

#юлдашяңылыҡтары
226 viewsСария Рамазанова, 10:15
Ашу / Түсініктеме