Get Mystery Box with random crypto!

Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтары менән ултырыш үткәрҙе. | ЮЛДАШ радиоһы

Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтары менән ултырыш үткәрҙе.

Унда республикала өлөштәлә мобилизацияны ойоштороу, хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре ҡаралды.

Башҡортостан Башлығы муниципалитеттар етәкселәренә хәрби комиссариаттар менән уртаҡ эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров мобилизацияланған егеттәр ғаиләләренә ярҙам итеү бурысын ҡуйҙы.

Республикала Миңлеғәли Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабы булдырылды. Ирекмәндәр бөтә район һәм ҡалаларҙа тәғәйен кешеләргә адреслы ярҙам күрһәтә. Шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге эшләй. Уның телефоны: 8-800-201-89-93.

Башҡортостан Башлығы яҡташтарыбыҙ хәрби әҙерлек үткән урындарҙа уңайлы шарттар булдырырға, Республика көнө уңайынан тантаналы саралар ойошторорға ҡушты. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, артистар һәм ижади коллективтар ҡатнашлығында агитбригадалар булдырылған. Улар хәрби частарҙа концерт ҡуя.

#юлдашяңылыҡтары