Get Mystery Box with random crypto!

Мин бөгөн еңеүсе! Ҡыуанып көлөүсе. Бәхетте ҡосаҡлап, Ҡояшҡа | Һин. Шиғыр. Донъя.



Мин бөгөн еңеүсе!
Ҡыуанып көлөүсе.
Бәхетте ҡосаҡлап,
Ҡояшҡа елеүсе.

Бөгөн мин еңеүсе!
Нур тажын өҙөүсе.
Ғүмерем тауына
Тик нурҙар өйөүсе.

Бөгөн мин еңеүсе!
Маҡсатҡа етеүсе.
Юлымда тағы ла
Мөғжизә көтөүсе.

Мин бөгөн еңеүсе!
Тик алға китеүсе.
Яҙмышҡа, баш эйеп,
Мең рәхмәт әйтеүсе.

#ЗөһрәҠотлогилдина

Һин.Шиғыр.Донъя