Get Mystery Box with random crypto!

Тормошоңдоң ҡыйын көндәрендә, Ҡайғыларың баштан ашҡанда, Йә йо | Һин. Шиғыр. Донъя.


Тормошоңдоң ҡыйын көндәрендә,
Ҡайғыларың баштан ашҡанда,
Йә йоҡоһоҙ үткән төндәреңдә,
Йә шатлығың һинең ташҡанда -
Бөтә хистәреңде бүлешерлек
Юлдаш булһын ине йырҙарым.
Улар минең зиһенем ғазаптары,
Улар минең күңел нурҙарым!..

#РәмиҒарипов

Һин.Шиғыр.Донъя