Get Mystery Box with random crypto!

ҺИН... Һин донъяла бармы, юҡмы, Тик беләм, Шундай гүзәл, шун | Һин. Шиғыр. Донъя.

ҺИН...

Һин донъяла бармы, юҡмы,
Тик беләм,
Шундай гүзәл, шундай саф һин,
Бергенәм.
Күңел хисең - шишмә, - бер кем
Эсмәгән,
Тулҡынланған, тик сүп, туҙан
Төшмәгән.
Һин донъяла бармы, юҡмы, -
Кем белә?
Һинһеҙ ләкин уҙғармам бер
Көндө лә.
Һин янымда бүлешеп йыр,
Моңомдо,
Оҙайтаһың, киңәйтәһең
Юлымды.
Урамдарға сыҡһам, һине
Эҙләйем,
Һинһеҙ йырлап, һинһеҙ донъя
Гиҙмәйем.
Барһыңмы һин, юҡмы, - әммә
Тоямын:
Һин булмаһаң, яһар ине
Хыялым.

#РәшитНазар

Һин.Шиғыр.Донъя