Get Mystery Box with random crypto!

Үҙәгемә үтеп инер, Ауыр һүҙҙәр әйтелләр, Әллә минең йөрәгемд | Һин. Шиғыр. Донъя.



Үҙәгемә үтеп инер,
Ауыр һүҙҙәр әйтелләр,
Әллә минең йөрәгемде
Таштан тиеп белделәр.
Таш бәғерҙәр былай
ҙа күп,
Өндәшмәгеҙ, кешеләр,
Көҙ көнөндәй ҡыҫҡа тормош,
Оҙайһындар ғүмерҙәр.
Әйткән ауыр һүҙҙәрегеҙ
Күңелемде ҡырҙылар.
Яралары – йөрәгемдә,
Уңалмаҫ кеүек улар.
Ауыр һүҙҙәр әйткән булып,
һалмағыҙ һеҙ яралар.
Ситләшмәйек туғанлыҡтан,
Нығынһындар аралар.
Уйламайса әйткән һүҙҙән
Донъяла тыуа михнәт.
Бер-береңә кәрәк булып
Йәшәүе ерҙә рәхәт.
Яман һүҙҙән йөрәк яна,
Йылы һүҙеңә рәхмәт.
Йәшәйек беҙ яҡшы һүҙҙән
һәр ваҡыт табып сихәт.

#РаушанХазиәхмәтов

Һин.Шиғыр.Донъя

Тиҙҙән ВК төркөмөндә
ошо шиғырға язылған йырҙы ла ҡуйырбыҙ