Get Mystery Box with random crypto!

ТАҢ АТКАНДА Нур ағып инде ергә. Күр, таң ата! Күктә ҡаҡ са | Һин. Шиғыр. Донъя.

ТАҢ АТКАНДА

Нур ағып инде ергә. Күр, таң ата!
Күктә ҡаҡ салҡан ай - еҙ ҡалҡан ята.
Өҫтөндә төн - үлеүсе заман ята.
Йондоҙҙар - ҡан hарҡып торған суҡ кеүек...
Тап йөрәккә төбәп атҡан уҡ кеүек...
Нимә булды? Һынды китте уҡ тейеп,
Янды уҡ!
Ceү, ҡанлы ҡалҡан ыуала,
Барыһы шиңә, ҡан-ҡоралдар юғала...
Таң ата был, таң ата! Ер уяна...

#РәшитНазар

Һин.Шиғыр.Донъя