Get Mystery Box with random crypto!

БҮЛӘК Алтындарға иҫем китмәй минең, Һуш алынмай йәшмә, я | Һин. Шиғыр. Донъя.

БҮЛӘК

Алтындарға иҫем китмәй минең,
Һуш алынмай йәшмә, яҡуттан.
Металл, таштар менән баһаларға
Ғүмер баҡсаһында ваҡыт тар.

Ҡыҙышмайым затлы кейемдәргә,
Улар билдәләмәй зауыҡты.
“Йөрәктәре алтын ҡатындар бар!” –
Ошо һүҙҙән бер мәл һауыҡтым.

Сәскәләр тип аһ итмәйем хәҙер:
Тороп ҡалған улар тамырһыҙ.
Хәйер, арбай пион баҡсалары,
Эҙләһәгеҙ, шунда табырһыҙ!

Әллә ниҙәр һинән көтмәһәм дә
(Бик ҙур микән инде ниәтем),
Күҙҙәремә ҡарап һораның бит –
Һин үтендең, шуға мин әйттем.

Һыҙланыуҙан, ярһып яныуҙарҙан
Китмәҫ өсөн бер мәл төңөлөп,
Ҡарашына сафлыҡ ҡунған көндә
Өмөт бүләк итсе иң элек!..

#ЛарисаАбдуллина

Һин.Шиғыр.Донъя