Get Mystery Box with random crypto!

СӘЙ ҠУЙ Сәй ҡуй тиеп яҙҙың уйнап ҡына, Ә мин ысын әйттем | Һин. Шиғыр. Донъя.

СӘЙ ҠУЙ

Сәй ҡуй тиеп яҙҙың уйнап ҡына,
Ә мин ысын әйттем: "инеп сыҡ".
Ауыл урамына томан төшкән,
Үләндәрҙе үбә киске ысыҡ.

Ҡушыр инем сәйгә мәтрүшкәһен,
Йыйып ҡуйыр инем еләген.
Тик һүҙҙәрең уйын булған кеүек
Хистәрең дә уйын, күрәһең.

Юлдарыбыҙ күптән аймылыш та,
Ике яры йәшәп ятыуҙар.
Күндем инде, әммә һағындыра
Бер ултырып хәбәр һатыуҙар.

Ашатларға ғорурлыҡ тупһаһын
Һин дә, мин дә бер ҙә ҡыймайбыҙ.
Етди йөҙҙәр, етди һүҙҙәр менән,
Бер-беребеҙ менән уйнайбыҙ.

"Сәй ҡуй" тиеп шаярттың да,
Ә мин ысын гөлтләп ҡабындым.
Был турала белмәһәң дә була.
Ә шулай ҙа... Шундай һағындым.

#АйгөлЙәмилева

Һин.Шиғыр.Донъя