Get Mystery Box with random crypto!

Алыҫлашабыҙ... Аҙлап - аҙымлап... Саҡлап - саҡрымлап... Яйл | Һин. Шиғыр. Донъя.


Алыҫлашабыҙ...
Аҙлап - аҙымлап...
Саҡлап - саҡрымлап...
Яйлап, ярым һөйләмдәр һәм ярым ҡараштар, ярым өндәшмәүҙәр һәм ярым ишетмәүҙәр аша йыраҡлашабыҙ...
Ярым йылмайыу һәм ярым һағыш, ярым аңлашыуҙар һәм ярым алдашыуҙар менән - икебеҙ ике тарафҡа...
Аҡыл - ғорур, тойғолар - сабыр...
Барыһы ла ихтыярҙан һәм теләктән тыш...
Айырылышыу - автопилотта...
Үҙенән үҙе...
Сәбәпһеҙ, һылтауһыҙ...
Быны тойоу - ауыр, тоймау - ахмаҡлыҡ...
Бер-беребеҙҙе юғалтабыҙмы?
Әлбиттә!!!
Шул ук ваҡытта - һәр кемебеҙ үҙебеҙҙе...
Минең күпмелер минем - һиндә китә, һинең күпмелер минең миндә ҡала...
Ҡасан да булһа бер килеп, уйламағанда йә оҙаҡ уйланғандан хәтер булып ҡайтып йәнде өтөп, йөрәкте семетеп алыр өсөн...
Тәүге аҙымды кемебеҙ яһаны?..
Хәйер, был инде мөһим түгел...
Алыҫлашабыҙ...
Аҙлап - аҙымлап..

#АзаматЮлдашбаев

Һин.Шиғыр.Донъя