Get Mystery Box with random crypto!

Юғалтыу. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин ара | ЮЛДАШ радиоһы

Юғалтыу.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин арабыҙҙан китте.
Уға 48 йәш ине.

Хәким Мортазин 1975 йылдың 14 мартында Ейәнсура районы Яңыбай ауылында тыуған. 1996 йылда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 1997 йылдан алып Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. 26 йыл эсендә Хәким Фәрит улы сәхнәлә бихисап ролдәр башҡара, "БСТ”, “Тамыр” телеканалдары ижад иткән фильмдарҙа төшә. 2010 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

“Юлдаш” радиоһы мәрхүмдең ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Сабырлыҡ теләйбеҙ.